Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Февраль , 09:59

Балалар яугир менән осрашты

"Толпар" балалар баҡсаһында хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операция яугире Әсҡәт Мәжитов менән осрашыу үтте.

Ватан һаҡсылары көнө уңайынан районда хәрби-патриотик темаға ярашлы төрлө саралар үтә. Ошо көндәрҙә "Толпар" балалар баҡсаһында ла хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операция яугире Әсҡәт Мәжитов менән осрашыу үтте. Әсҡәт Рәсүл улы кескәйҙәргә үҙенең тормош юлы, хәрби хеҙмәте тураһында һөйләне. Малайҙар һәм ҡыҙҙар яугиргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Ә шулай ҙа балаларҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны - батыр яугирҙең түшен биҙәгән миҙалдар булды. Улар һәр береһен ҡыҙыҡһынып ҡарап, ниндәй награда икәнлеген һораны. Матур аралашыуға ҡоролған осрашыу йылы мөхиттә үтеп, балаларға ла бик оҡшаны. 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас