Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Февраль , 17:00

"Урал батыр-2026" бәйгеһе үтте

«Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр-2026» бәйгеһе үтте. Конкурста ҡалының «Әкиәт», «Күбәләк», «Толпар», «Йондоҙло», 5-се мәктәп янындағы, Ниғәмәт һәм Сәйғәфәр ауылдары балалар баҡсаларынан 9 бәйгесе ҡатнашты. Тәрбиәселәр малайҙарҙы конкурсҡа әҙерләүгә күп көс һалған ине. Ә балалар, уларҙың ышанысын аҡларға теләп, һәр береһе бик матур сығыш яһаны. Рухлы бәйге еңеүселәренең исемлеге сайтта: 

Ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Сәйғәфәрҙән Редаль Юнысбаев (етәксеһе: Ф. Юнысбаева) - «Ҡыйыу батыр», Ниғәмәттән Нурсолтан Һибәтуллин (Р.Ғәйсина) «Баһадир батыр», «Әкиәт»тән Ильяс Ишембәтов (Ф.Сәйфуллина) - «Сәсән телле батыр», «Күбәләк»тән Данил Иҫәндәүләтов (М.Йәнбирҙина) «Сәсән батыр», «Айыуҡай»ҙан Салауат Йәнәлин (Г.Дәүләтшина) - «Рухлы батыр», «Йондоҙло» балалар баҡсаһынан Алсын Иҫәнғолов (А.Килдеғошова) - «Мәргән батыр», «Толпар»ҙан Искәндәр Йәнбәков (Г.Юнысова) - «Иң зирәк батыр», 5-се мәктәп янындағы балалар баҡсаһынан Ирхан Ниғәмәтов (Д.Исмәғилева) «Дәртле батыр», Иҫке Сибай ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһынан Диәр Нәбиуллин (Ә.Утарбаева) «Отҡор батыр» номинациялары еңеүселәре булды. Шулай уҡ баһалама ағзаларының мәрәйҙәренә ҡарап, еңеүселәр билдәләнде. «Урал батыр-2026» исеменә ҡаланың «Күбәләк» балалар баҡсаһынан Данил Иҫәндәүләтов лайыҡ булды.   Шәп, зирәк малай Гран-при яуланы. Беренсе урын «Толпар»ҙан - Искәндәр Йәнбәковҡа бирелде. «Айыуҡай»ҙан Салауат Йәнәлин өсөнсө урын яуланы. Нурсолтан Һибәтуллинға, Редаль Юнысбаевҡа, Ирхан Ниғәмәтовҡа район башҡорттары ҡоролтайының махсус бүләге тапшырылды.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.  

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас