Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Февраль , 12:05

"Хәрби теҙелеү һәм йыр смотры" үтте

Хәрби-патриотик бәйгелә ҡаланың барлыҡ мәктәптәренең һәм Баймаҡ полилинваль күп профилле лицей-интернатының шайморатовсылар класының 5-се, 6-сы класс уҡыусылары ҡатнашты. Командалар сығышын мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. Улар араһында махсус хәрби операция яугире Әсҡәт Мәжитов та бар ине...

Хәрби-патриотик бәйгелә ҡаланың барлыҡ мәктәптәре һәм Баймаҡ полилинваль күп профилле лицей-интернатының шайморатовсылар кластары ҡатнашты. Командалар сығышын мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. Улар араһында махсус хәрби операция яугире Әсҡәт Мәжитов та бар ине. Уҡыусылар 8 һынауҙы ла уңышлы үтте. Һөҙөмтәлә, Баймаҡ лицей-интернаты беренсе урын яуланы. Икенсегә 5-се мәктәп командаһы сыҡты. 1-се мәктәп уҡыусылары өсөнсө урынға лайыҡ булды. 4-се, 2-се, 3-сө мәктәп командалары әүҙем ҡатнашыусылар булараҡ билдәләнде. 

Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас