-4 °С
Болотло
Бөгөн район мәҙәниәт йортонда Баймаҡ лицей-интернатының 9-сы класы ҡатнашлығында "Йәш шайморатовсылар балы" үтте. Сарала район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, мәғариф бүлеге начальниғы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, лицей-интернаты директоры Рәфил Ғәлиәхмәтов, махсус хәрби операция яугире Нурфәиз Сәфәрғәлин, уҡытыусылар, шаймортов кластары уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең "Өфө йүкәләре" көйөнә өйләнгән вальстары ҡунаҡтар күңеленә хуш килде.