Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Ғинуар , 10:40

“Йәгеҙ әле, егеттәр!”

Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә “Йәгеҙ әле, егеттәр!” район конкурсының ҡала мәғриф учреждениелары өсөн ҡаралған этабы үтте. Унда биш мәктәп командаһы көс һынашты. Тәүҙә улар ҡуйылған командаларҙы үтәп һәм тығыҙ сафтарҙа йыр менән үтеп оҫталыҡтарын күрһәтте.

Артабан сараны спорт ярыштары дауам итте. Ҡуйылған нормативтарҙы үтәп, пневматив винтовканан атып, янғын һүндереүселәрҙең махсус формаһын кейеп, арҡан тартып, һуңынан күңелле эстафетала үҙҙәренең көсөн, етеҙлеген күрһәтте.

Командаларҙың ярышын “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе егеттәре баһаланы. Һөҙөмтәлә Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы командаһы (етәксеһе В.Р. Маннапов) еңеүсе булып танылды. Ҡаланың 3-сө мәктәбе (И.Т. Арғынбаев) – икенсе, Баймаҡ лицей-интернаты (И.А. Нурдәүләтов) командалары өсөнсө урындарҙы алды.

“Йәгеҙ әле, егеттәр!”
“Йәгеҙ әле, егеттәр!”
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас