Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ғинуар , 08:55

Әлиә Сәмәрханова - "Йыл уҡытыусыһы-2026" конкурсы еңеүсеһе

Район мәғариф бүлегендә «Йыл уҡытыусыһы-2026» конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Унда район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, ҡала хакимиәте башлығы Ирек Хисмәтуллин, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, мәктәп директорҙары, бәйгеселәр, уларҙың яҡындары ҡатнашты. Тулыраҡ, сайтта:

Район мәғариф бүлегендә «Йыл уҡытыусыһы-2026» конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Унда район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, ҡала хакимиәте башлығы Ирек Хисмәтуллин, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, мәктәп директорҙары, бәйгеселәр, уларҙың яҡындары ҡатнашты.

Быйыл конкурста ҡала һәм район мәктәптәренән  үҙ эшен яратҡан, уның бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән, алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы 17 уҡытыусы ҡатнашты. Аҙна дауамында барған бәйгелә улар иң тәүҙә үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙы, һуңынан  ҡаланың төрлө мәктәптәрендә «асыҡ дәрестәр» үткәрҙе. Икенсе мәктәптә, ят уҡыусыларға дәрес уҙғарыу педагогтарға ҡыйынлыҡ тыуҙырманы, уны ойошҡанлы үткәреү өсөн улар бар тырышлығын һалды. Бәйгеселәрҙең эшен ҙур команданан торған мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. Ун ете уҡытыусының һигеҙе өсөнсө турға үтте. Артабанғы этаптан һуң  иң көслө биш уҡытыусыға дүртенсе турға, йәғни финалға сығыу бәхете йылмайҙы. Еңеүсе исеменә дәғүә итеүсе биш педагог дүртенсе турҙа «Лидер уҡытыусы» исемле түңәрәк өҫтәл артында мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов менән аралашты. Был һынауҙың маҡсаты - педагогтарҙың лидерлыҡ сифаттарын асыу, уларҙың белем биреүҙе үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәрен аңлауын күрһәтеүгә ҡайтып ҡалды. «Түңәрәк өҫтәл» артында финалға үтеүселәр белем биреүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе, уҡыу процесын яҡшыртыу буйынса үҙ идеялары менән уртаҡлашты. Һөҙөмтәлә был турҙан һуң еңеүсе исеме билдәле булды. Ул - ҡаланың 2-се мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә буйынса директор урынбаҫары Әлиә Сәмәрханова!

 4-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәрисә Ишкилдина һәм Ҡолсора мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлгинә Уйылданова конкурс лауреаттары тип танылды. Ә 4-се лицейҙан Әлиә Ишбирҙинаға - «Педагогик оҫталығы өсөн»,  2-се мәктәптән Рәйсә Яппароваға «Уҡытыусылар династияһы ғорурлығы» маҡтаулы номинациялары тапшырылды.

«Оҫталыҡ дәресе» этабы йондоҙҙары тип райондың өс уҡытыусыһы билдәләнде. Беренсе Этҡолдан Гүзәл Мәхмүтоваға - «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн», Баймаҡ лицей-интернатының йыр уҡытыусыһы Рәсимә Моратоваға - «Йөрәгемде балаларға бирәм», Иҫке Сибай мәктәбе уҡытыусыһы Фидалиә Әбдрәхимоваға «Ижади илһам» номинациялары бирелде.  

 Бәйгелә әүҙем ҡатнашыусылар ҙа иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалманы.  Ҡаланың 1-се мәктәбенән Гүзәлиә Әбделмөкминоваға - «Педагогик дебют», Аҡморондан Гөлназ Азаматоваға - «Һөнәренә тоғролоғо өсөн», 3-сө мәктәптән  Жанна Воробьеваға -  «Педагогик өмөт», 5-се мәктәп уҡытыусылары Гөлназ Мәҡсүтоваға - «Уҡытыусы - минең булмышым», Илзидә Рысҡужинаға - «Илһам һәм артислыҡ һәләте өсөн», Беренсе Төркмәндән Таңсулпан Мәҡсүтоваға - «Тел һаҡсыһы», Темәстән Миңлегөл Сәфиуллинаға - «Биология фәненә һөйөүе өсөн», Урғаҙанан Лариса Йәрмөхәмәтоваға - «Әҙәбиәт донъяһына юл күрһәтеүсе», Түбә ауылынан Гөлдәр Халфинаға «Педагогик идеяларҙың үҙенсәлеге һәм перспективалығы өсөн»  номинациялары тапшырылды.

Бәйгелә әүҙем ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә Дипломдар, аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Йыл уҡытыусыһы-2026 исеменә лайыҡ булыусы Әлиә Сәмәрхәнова төбәк этабында район намыҫын яҡлаясаҡ. Уға уңыштар, еңеү теләйбеҙ! 

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас