Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ғинуар , 16:45

Матур осрашыу үтте

Наҙгөл һылыу Таулыҡай ауылының йәш, өмөтлө, булдыҡлы йәштәренең береһе. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы, инженер-технолог һөнәрен үҙләштерҙе. Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетында магистратурала белем ала...

Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары өсөн бик фәһемле, матур осрашыу булды. Осрашыуға ҡасандыр үҙебеҙҙең мәктәптә уҡыған Байегетова Наҙгөл Юнир ҡыҙы килде.
Наҙгөл һылыу Таулыҡай ауылының йәш, өмөтлө, булдыҡлы йәштәренең береһе. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы,инженер-технолог һөнәрен үҙләштерҙе. Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетында магистратурала белем ала.
Мәктәптә уҡыған сағынан төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан, белемле, тырыш Наҙгөлдөң мәктәп уҡыусыларына әйтер һүҙҙәре, теләктәре күп ине.
Ул эҙләнеү эштәре менән ҡыҙыҡһынды. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, етәксеһе Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы менән, гел еңеүҙәр яулаған тырыш ҡыҙ, юғары уҡыу йортонда ла был йүнәлештә эшләүен, сығыштар яһауын һөйләп үтте.
Мәктәп уҡыусылары студент тормошо, имтихандар, дөйөм ятаҡта йәшәү, стипендия күләме менән ҡыҙыҡһындылар. Барлыҡ һорауҙарға ихлас, төплө яуап биреп, студент тормошоноң мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта кеше тормошонда иң яуаплы, белем алыу осоро икәнен билдәләп үтте ҡунағыбыҙ.
"Мәктәптә уҡыуҙың ҡәҙерен белегеҙ, алдығыҙға маҡсаттар ҡуйып, тырышып уҡығыҙ,"- тигән изге теләктәрен еткерҙе мәктәп уҡыусыларына Наҙгөл.
Осрашыуҙы Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбе директор кәңәшсеһе Зимфира Сәғәҙәт ҡыҙы йәнле итеп алып барҙы.
Белемле, ғилемле йәштәр - илебеҙ киләсәге. Уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ пландарығыҙ тормошҡа ашһын!

Әнүзә Азаматова, Таулыҡай мәктәбе уҡытыусыһы

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас