Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар , 12:00

"Йыл уҡытыусыһы" исеменә кем лайыҡ булыр?

Район һәм ҡала мәктәптәре педагогтары ҡатнашлығында "Йыл уҡытыусыһы" конкурсы аҙағына яҡынлашты. Унда 17 уҡытыусы ҡатнашып, финалға бишәүһе үтте. Бер нисә көн дауамында барған сәмле бәйгелә кем еңер? Быны беҙ бөгөн район мәғариф бүлегендә үтәсәк йомғаҡлау сараһында беләсәкбеҙ. Ә финалистар исемлегенә килгәндә, бына улар:

Район һәм ҡала мәктәптәре педагогтары ҡатнашлығында "Йыл уҡытыусыһы" конкурсы аҙағына яҡынлашты. Унда 17 уҡытыусы ҡатнашып, финалға бишәүһе үтте. Бер нисә көн дауамында барған сәмле бәйгелә кем еңер? Быны беҙ бөгөн район мәғариф бүлегендә үтәсәк йомғаҡлау сараһында беләсәкбеҙ. Ә финалистар исемлегенә килгәндә, бына улар: ҡаланың 4-се лицей уҡытыусылары Ишбирҙина Әлиә Хабир ҡыҙы һәм Ишкилдина Нәрисә Рәфҡәт ҡыҙы, 2-се мәктәп уҡытыусылары Яппарова Рәйсә Зәкир ҡыҙы һәм Самарханова Әлиә Хәлил ҡыҙы, Ҡолсора мәктәбе уҡытыусыһы Уйылданов Гөлгөнә Николаевна.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас