Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ғинуар , 11:15

Балалар өсөн сара үтте

Таулыҡай ауыл китапханаһында 2-се, 4-се класс уҡыусылары өсөн “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ" интеллектуаль уйыны үткәрелде...

Таулыҡай ауыл китапханаһында 2-се, 4-се класс уҡыусылары өсөн “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ" интеллектуаль уйыны үткәрелде. Уны китапханасы Зилә Күсәрбаева ойошторҙо. 
Уйында ике команда - "Буҙа" һәм "Ҡымыҙ" командалары көс һынашты. Ярышта ҡатнашыусылар үҙ командалары менән таныштырҙы, бер-береһен сәләмләне һәм сараның төп өлөшөндә тапҡырлыҡта, зирәклектә , отҡорлоҡта көс һынашты. Уҡыусылар республика тарихы, халҡыбыҙҙың йолалары, аш-һыуы, мәҙәниәте, теле тураһында һорауҙарға яуап бирҙе. Командалар бер иш мәрәй йыйып, дуҫлыҡ еңеүе менән тамамланды.
 
Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас