Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ғинуар , 15:13

Ниғәмәттәр "Урындағы проекттарҙы яҡлау" программаһына ҡушылды

Ниғәмәт ауылы халҡы "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнаша. Урындағылар  "Ниғәмәт мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө өсөн уйын майҙансығына ҡоролмалар һәм йыһазландырыу" тип аталған проектты һайланы...

Быйыл Ниғәмәт ауылы халҡы "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Бөгөнгө көндә программаға ярашлы, халыҡ менән инициатив төркөм әүҙем эшләй. Йыйылыштар, халыҡҡа аңлатыу эше, респонденттарҙан һорау алыу "Ниғәмәт мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө өсөн уйын майҙансығына ҡоролмалар һәм йыһазландырыу" тип аталған проектты һайланы. Әлеге көндә төрлө саралар ойоштороп, программаны тормошҡа ашырыуҙың сираттағы этабы старт алды. Ауылдың хоккей майҙансығында хоккей уйындары, волейбол, балалар баҡсаһында ойошторолған йәрминкә һәм башҡа саралар быға асыҡ миҫал булып тора.
Был программа кешеләрҙә урындағы проблемаларға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтә, уларҙы хәл итеүҙә һәр кешенең ҡатнашыуын тәьмин итә, үҙ йәшәйешебеҙҙә уңайлы һәм матур мөхит булдырыуға булышлыҡ итә. Проблемаларҙы бергәләп хәл итеү - ауылдаштар араһында бәйләнеште, татыулыҡты үҫтерә. Һәр ваҡыт бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Рәмзиә Ғайсина, инициатив төркөм ағзаһы.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас