Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ғинуар , 12:00

Агросәнәғәт колледжы грантҡа эйә булды

«Агропрофессионалитет» прораммаһы буйынса конкурста бөтәһе 46 субъект ҡатнашты. Рәсәйҙең 13 төбәгенән 18 проект иң яҡшыһы тип танылып, конкурс аша үтте. Шуларҙың икәүһе Башҡортостандан булыуы ҡыуаныслы. Береһе Н.М. Сибирцев исемендәге Аксенов агросәнәғәт колледжы булһа, икенсеһе - Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы. Афариндар!

Быйыл Рәсәйҙә «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы.  Ул «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли пректының АПК-ға кадрҙар проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

«Агропрофессионалитет» прораммаһы буйынса конкурста бөтәһе 46 субъект ҡатнашты. Рәсәйҙең 13 төбәгенән 18 проект иң яҡшыһы тип танылып, конкурс аша үтте. Шуларҙың икәүһе Башҡортостандан булыуы ҡыуаныслы. Береһе Н.М. Сибирцев исемендәге Аксенов агросәнәғәт колледжы булһа, икенсеһе - Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы.

«Яуланған грант колледждарҙың инфрастуктураһын һәм ҡорамалдарын яңыртырға, белем биреү программаһын тағы ла яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Белемле ауыл хужалығы белгестәре әҙерләү өсән был бик мөһим», - тине сығышында БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.  

 Илдус Әдиф улы Зәйнуллин  етәкләгән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы төбәктә юғары квалификациялы ауыл хужалығы кадрҙары әҙерләү менән шөғөлләнгән иң төп уҡыу йорто булараҡ билдәле.  Үҙенең эшмәкәрлек осоронда колледж  Урал аръяғы райондары өсөн 15 меңдән ашыу белгес - тракторсы-машинистар, автомобиль водителдәре, иретеп йәбештереүселәр, автомеханиктар, электриктар һәм башҡа һөнәр эйәләре әҙерләп сығара. Хеҙмәт баҙарында ла тап ошо йүнәлештәге белгестәргә ихтыяж ҙур.

«Ҙур конкурста ҡатнашып, грантҡа лайыҡ булыуыбыҙға шатбыҙ. Был финанс ярҙам матди-техник базаны нығытыу, тағы ла сифатлыраҡ эш алып барыу өсөн бик ҙур ярҙам буласаҡ», - тине Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Зәйнуллин.

Беҙ ҙә һәр саҡ алдынғылар рәтендә булған уҡыу йортон грант алыуы менән  ҡотлайбыҙ һәм мәнфәғәтегеҙгә яҙһын, тип теләйбеҙ.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас