Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
16 Ғинуар , 04:05

Афарин, уҡыусылар!

Баймаҡ уҡыусылары башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яҡшы белеүҙәрен күрһәтте

Афарин, уҡыусылар!Афарин, уҡыусылар!
Афарин, уҡыусылар!

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 40-сы төбәк-ара олимпиада үтте. Унда районыбыҙҙың муниципаль этап еңеүселәре һәм призерҙары — 9-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты. Олимпиадала 4-се лицей уҡыусыһы Илгизә Мөхитова еңеү яуланы. Уның остазы – лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Һ. Сәйетҡолова. Ҡала һәм ауыл мәктәптәренән тағы ун уҡыусы призлы урындар алды. Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Алтынай Юнысова (етәксеһе - С.Н. Йәнбирҙина) М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының махсус бүләге менән бүләкләнде. Афарин, уҡыусылар! Артабан да һеҙгә уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас