Баймаҡ лицей-интернатында эшләү дәүеремдә миңә бик талантлы, ижади шәхестәр менән аралашыу, бергә эшләү бәхете тейҙе. Шуларҙың береһе - Ғәйниямал Ишалина тураһында булыр һүҙем.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған Ғәйниямал Вәлиәхмәт ҡыҙы 1952 йылда Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Аҙаҡ ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Ишмырҙа мәктәбендә башлай. Шул осорҙа ошо уҡ белем усағына физика фәненән уҡытырға эшкә килгән йәш белгес Шәһит Зекриә улы менән таныша. Йәштәр 1976 ғаилә ҡора һәм Баймаҡ ҡалаһына төпләнә. Һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡансы Баймаҡ лицей-интернатында уҡыусыларға белем һәм тәрбиә бирәләр.
Ғәйниямал Вәлиәхмәт ҡыҙы өлгө алырлыҡ бай тәжрибәле уҡытыусы, әйҙәүсе, юл күрһәтеүсе лә булды. Уның башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән биргән дәрестәре ябай булманы, тормошҡа бәйләп, бай, йөкмәткеле итеп үткәрә ине. Ул белем биреп сығарған уҡыусылары ла ошо уҡ фекерҙә.
«Ғәйниямал Вәлиәхмәт ҡыҙы бар булмышы менән уҡытыусы. Уның дәрестәрен барыбыҙ ҙа ярата инек. Иң аҙаҡҡы - алтынсы дәрес итеп ҡуйылһа ла бер ҙә арытманы, киреһенсә, йәнле, күңелле үтә ине. Дәртле лә булды. Йә мандолинала уйнап, йә йырлап ебәрә ине», - тине оло хөрмәт һәм ихтирам менән уҡыусыһы Сәриә Мөхәмәтҡужина.
Беҙгә, яңы эш башлаған йәш уҡытыусыларҙың дәрестәренә инеп, төплө кәңәштәрен бирергә лә өлгөрә ине ул.
Тынғыһыҙ педагог әле лә сафта. Хеҙмәт юлы үткән лицей-интернатҡа килеп, асыҡ класс сәғәттәрендә, тантаналы линейкаларҙа ҡатнашып, беҙҙе дәртләндереп китә.
«Ян Каменскийҙың, бала донъя ҡаҙаныштарына туған тел аша ғына өлгәшә ала, тигән фекере менән тулыһынса килешәм. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем башҡорт телендә ауыҙ тултырып, «әсәй», «өләсәй» тип өндәшеүҙәре, уҡыусыларымдың Ер шарының төрлө төбәгенән «Һаумыһығыҙ» тип сәләм ебәреүҙәре - минең телде һаҡлауға индергән ҙур өлөшөм тип иҫәпләйем»,- ти мәҡәләм геройы.
Остазым әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Баҡса тултырып йәшелсә емеш, сәскә үҫтереп, Шәһит Зекриә улы менән үҙҙәре төҙөп ингән нурлы йорттарында ғәзиз балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡаршы алып гөрләтеп йәшәйҙәр.
Зөлфирә РАЕВА,
Баймаҡ лицей-интернаты тәрбиәсеһе.