Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Декабрь 2025, 22:20

Баймаҡ уҡыусылары - баш ҡалала!

Кисә Өфө ҡалаһында Йәш шайморатовсылар балы сараһы үтте. Унда Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының шайморатовсылар класы командиры Әминов Илмир, байраҡ йөрөтөүсе Ильясов Илнур һәм Билалова Илзинә, Иҫәндәүләтов Нияз, Иҫәндәүләтов Рамаҙан, Сәйғәфәрова Айгүзәл, Солтанова Камилла, Ниғәмәтуллина Шәүрә, класс етәксеһе Фәнүзә Азамат ҡыҙы ҡатнашты...

Кисә Өфө ҡалаһында икенсе тапҡыр «Йәш шайморатовсылар балы» уҙғарылды. Патриотик рух һәм нәфислек байрамына бөтә республиканан Рәсәй Федерацияһы геройы, генерал – майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов исемен йөрөткән кластарҙа белем алыусы уҡыусылар йыйылды.
Ватан Геройҙары көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.Тулҡынландырғыс һәм әһәмиәтле байрамда уҡыуҙа, предмет олимпиадаларында уңышҡа өлгәшкән, ижади конкурстарҙа һәм хәрби-патриотик сараларҙа, спорт ярыштарында еңеүҙәр яулаған, йәмәғәт ойошмаларында әүҙем ҡатнашҡан, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей – интернатының 9ш класы шайморатовсылары - класс командиры Әминов Илмир, байраҡ йөрөтөүсе Ильясов Илнур һәм Билалова Илзинә, Иҫәндәүләтов Нияз, Иҫәндәүләтов Рамаҙан, Сәйғәфәрова Айгүзәл, Солтанова Камилла, Ниғәмәтуллина Шәүрә, класс етәксеһе Фәнүзә Азамат ҡыҙы ҡатнашты.
Уҡыусылар, 2022 йылда Баймаҡ районында беренселәрҙән булып, Шайморатовсылар рәтенә ҡабул ителгәйне. Уҡыусыларҙың күңелдәрендә Урал Иҙелбаевтың көйөнә башҡорт вальсында әйләнеү һәм Рим Хәсәновтың билдәле «Ҡышҡы романс» көйөнә вальс – лендлер, тағы полонез бейеү онотолмаҫ яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.
Шундай күләмле һәм сағыу байрамда ҡатнашырға мөмкинселек биргән Баймаҡ ҡалаһы мәғариф бүлегенә, мәктәп администрацияһына, ата– әсәләребеҙгә ихлас күңелдән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

(Баймаҡ лицей-интернаты төркөмөнән)

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас