Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ноябрь 2025, 11:45

Ауыл хужалығы тармағы буйынса ғилми-ғәмәли конференция үтте

Баймаҡ ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында ойошторолған сара ауыл хужалығы тармағы өсөн эшселәр әҙерләү темаһына арналды...

20 ноябрҙә Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Уның береһе Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай  институтында ойошторолһа, икенсеһе - Зекериә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында булды.

Баймаҡтағы сара «Башҡортостандың Урал аръяғы. 5.0 Кадрҙар барыһын да хәл итә»  исеме аҫтында үтте. Унда БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, йәмәғәт эшмәкәре, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында эшләүсе Велмир Аҙнаев, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты Илшат Ситдиҡов, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, шәхси эшҡыуар  Гөлнара Байрамғолова, фермерҙар һәм студенттар ҡатнашты.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас