-17 °С
Болотло
Ҡаланың "Йондоҙло" балалар баҡсаһында "Ғаилә менән шашка" турниры үтте. Унда Рәхмәтуллиндар, Маликовтар, Иҫәндәүләтовтар, Хәйҙәровтар, Ильясовтар, Сибаевтар ғаиләләре ҡатнашты. Һәр команда 5 партия уйнаны. Сәмле лә, мауыҡтырғыс та уйын һөҙөмтәләренә килгәндә, беренсе урынды Иҫәндәүләтовтар ғаиләһе яуланы. Икенсе урынға - Сибаевтар һәм Маликовтар лайыҡ булды. Ильясовтар, Хәйҙәровтар, Рәхмәтуллиндар өсөнсө урындарҙы бүлеште. Афариндар, ҡотлайбыҙ!