Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Ноябрь 2025, 15:23

Йыл тәрбиәсеһе - Линара Хәсәнова!

«Йыл тәрбиәсеһе - 2025» район конкурсы яңы исемдәр асты. Быйыл мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының һөнәри бәйгеһендә барлығы 9 тәрбиәсе үҙ эшенең оҫтаһы икәнен иҫбатланы. Конкурс өс өлөштән торҙо. Уның беренсе туры ситтән тороп ойошторолдо. Унда тәрбиәселәр «Мин - педагог» исемле визит карточкаһын тәҡдим итте.  «Балалар менән педагогик сара» исемле икенсе турҙа тәрбиәселәр кескәйҙәр менән эшләү оҫталығын күрһәтте. Бәйгеселәр был һынауҙа ла уңышлы сығыш яһаны. Өсөнсө этап «Оҫталыҡ дәресе» булды. Фәһемле дәрес барыһының да күңеленә хуш килде. Ғөмүмән, һәр турҙа ҡатнашыусылар педагогик өлкәлә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, үҙҙәре өсөн ниндәйҙер асыш яһаны. Конкурсанттарҙың сығышын мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. Тәбрикләү сараһында мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, мәктәпкәсә белем биреү буйынса әйҙәүсе белгес Эльвира  Оморҙаҡова, методис Әлиә Әминева ҡатнашты.

«Йыл тәрбиәсеһе - 2025» район конкурсы яңы исемдәр асты. Быйыл мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының һөнәри бәйгеһендә барлығы 9 тәрбиәсе үҙ эшенең оҫтаһы икәнен иҫбатланы. Конкурс өс өлөштән торҙо. Уның беренсе туры ситтән тороп ойошторолдо. Унда тәрбиәселәр «Мин - педагог» исемле визит карточкаһын тәҡдим итте.  «Балалар менән педагогик сара» исемле икенсе турҙа тәрбиәселәр кескәйҙәр менән эшләү оҫталығын күрһәтте. Бәйгеселәр был һынауҙа ла уңышлы сығыш яһаны. Өсөнсө этап «Оҫталыҡ дәресе» булды. Фәһемле дәрес барыһының да күңеленә хуш килде. Ғөмүмән, һәр турҙа ҡатнашыусылар педагогик өлкәлә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, үҙҙәре өсөн ниндәйҙер асыш яһаны. Конкурсанттарҙың сығышын мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы.

Тәбрикләү сараһында мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, мәктәпкәсә белем биреү буйынса әйҙәүсе белгес Эльвира  Оморҙаҡова, методис Әлиә Әминева ҡатнашты.

«Бәйгегә барығыҙ ҙа бик ентекле әҙерләнгәнһегеҙ. Һеҙ - үҙ эшегеҙҙе яратҡан ысын тәрбиәселәр. Район һәм ҡалала шундай педагогтар булыуы менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең кескәйҙәр - ышаныслы ҡулдарҙа», - тине улар сығышында.

Дүрт көн дауамында барған сәмле, ҡыҙыҡлы ижади конкурс һөҙөмтәләренә килгәндә, Гран-приҙы ҡаланың «Күбәләк» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Линара Хәсәнова яуланы.

 Беренсе урын «Миләш»тән Зөлфирә Ҡарасуринаға, икенсе урын «Йондоҙло» нан - Альбина Хәсәноваға бирелде. Өсөнсө урынға «Толпар» балалар баҡсаһынан Альбина Байморатова лайыҡ булды.

«Гран-при алыуыма бик шатмын. Мине дәртләндереп, ҡеүәтләп, ышаныс өҫтәп, ярҙам итеп торған коллегаларыма ҙур рәхмәт. Үҙ эшемде, балаларҙы яратам. Был еңеү миңә тағы ла дәртләнеп эшләргә ҡанат ҡуйҙы», - тине Линара Зөфәр ҡыҙы.

Ә «Айыуҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зилә Уразбаева - «Балаларға ҡарата һөйөү өсөн», «Әкиәт» балалар баҡсаһы данын яҡлап сығыш яһаусы Эльфира Әфләтуноваға - «Һөнәренә тоғролоғо өсөн», «Күбәләк» кескәйҙәре тәрбиәсеһе Эльвира Вәлиеваға - «Илһам һәм педагогик оҫталығы өсөн», Иҫке Сибай ауылының «Сулпылар» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әнисә Утарбаеваға - «Ижади ҡарашлы һәм үҙенсәлекле сығышы өсөн», ҡаланың 5-се мәктәбе янындағы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Игебаеваға - «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинациялары тапшырылды. Бәйгеселәр Почет грамотаһы һәм аҡсалата приз менән бүләкләнде.

«Конкурсанттар бик көслө булды. Күбеһенең эш стажы бик ҙур. Араларында был өлкәлә 30 йыл эшләүселәр бар. Ә Гран-приҙы яулаусы Линара Хәсәнованың хеҙмәт стажы һигеҙ йыл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, баһалама ағзалары уны иң-иңе тип билдәләне. Сөнки барлыҡ этаптарға ла яҡшы итеп әҙерләнгән, асыҡ дәресе лә, оҫталыҡ дәресе лә үҙенсәлекле, һәйбәт булды. Ул үҙ эшенең оҫтаһы икәнен бик матур итеп иҫбатланы», - тине баһалама ағзаһы Әлиә Әминева.

Тәрбиәселәрҙе берләштереүҙе, педагогик өлкәлә тәжрибә уртаҡлашыуҙы, яңы исемдәр асыуҙы маҡсат итеп ҡуйған сара бик ойошҡанлы үтте. 

Әйткәндәй, Линара Хәсәнова һәм Альбина Байморатова республика кимәлендә район район намыҫын яҡлаясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас