"Айыуҡай" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек һәм өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре Баймаҡ ҡалаһының биләмә-ара үҙәк китапханаһына экскурсияға барҙы. Был сараның маҡсаты- китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу үҫтереү, китапхана эше менән танышыуға ҡайтып ҡалды.
Экскурсия барышында улар китапхананың төрлө бүлектәре менән танышты, балалар әҙәбиәте фонды һәм китапханала үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләре тураһында белде. Китапхана хеҙмәткәрҙәре китаптарға һәм уҡыуға арналған интерактив әңгәмә үткәрҙе, балаларҙың иғтибарына сағыу баҫмалар тәҡдим итте һәм кескәйҙәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Экскурсияның икенсе өлөшөндә тәрбиәләнеүселәр әкиәт геройҙары менән театрлаштырылған тамаша күрһәттеләр. Сара кескәйҙәргә бик оҡшаны.