-17 °С
Болотло
Сәскә байрамында мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар араһында Гран-при ҡаланың «Айыуҡай» балалар баҡсаһына бирелде. Уларҙың бай йөкмәткеле мөйөшөндә Баймаҡтың 95 йыллығы уңайынан уның 7 мөғжизәһе тип Талҡаҫ күлен, «Урал батыр» эпосын, Туғажмандағы ҡурай һәйкәлен, «Ирәндек айыуы» исемен алған алтынды, Ғәҙелша шарлауығын, башҡорт атын, Таналыҡ йылғаһын һынландырған бик бай композиция урын алған ине.
«Еңеүсе булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Был конкурсҡа коллегалар менән ныҡ әҙерләндек. Коллективтың берҙәмлеген һәм идеяларға бай булыуының ыңғай һөҙөмтәһен бөгөн тағы ла күрҙек», - тине «Айыуҡай» балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Сәлимә Усманова.