-17 °С
Болотло
Ҡаланың 4-се лицейында "Йәш патриот" хеҙмәт һәм ял лагеры үҙ эшен башланы. Унда барлығы 80 уҡыусы йөрөй. Сағыу итеп биҙәлгән уйын кабинеттарында балалар өсөн көн дә һәр төрлө уйындар, викториналар, байрамдар, ғүмерҙе һәм һаулыҡты һаҡлау буйынса әңгәмәләр уҙғарыла. Ашханала балаларҙы иртәнге һәм төшкө аш менән һыйлайҙар. Был лагерҙа барлыҡ тәрбиә эштәре күңелле итеп ял итеүгә һәм патриотик тәрбиәгә йүнәлтелгән.