Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
7 Август 2025, 11:35

Мәктәптәр яңы уҡый йылына әҙерме?

Районда барлығы 56 мәктәп иҫәпләнә. Яңы уҡыу йылы башланыуға күп ваҡыт ҡалманы. Белем усаҡтары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерме? Әле мәктәптәрҙә ниндәй эштәр гөрләй? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән белем биреү учреждениелары етәкселегенә мөрәжәғәт иттек. Наил Иҫәнбаев, Ниғәмәт мәктәбе директоры: Бикеш, Үрге Яйыҡбай мәктәптәре Ниғәмәт филиалы булып тора. Шулай уҡ Түбәнге Яйыҡбай балалары Ниғәмәткә йөрөп уҡый. Уларҙы мәктәп автобусы ташый. Һәр береһенә ҡыҫҡаса туҡталып үткәндә, Бикеш мәктәбендә бөтәһе 60 уҡыусы. Уҡытыусыларға ҡытлыҡ юҡ. Май айында педагог-психолог булып эшләүсе белгес эшкә урынлашты. Косметик ремонтты балалар каникулға сығыу менән эшләй башланыҡ һәм июнь аҙағында тамамланыҡ. Йәғни парталар, иҙәндәр буялды, стеналар ағартылды.  Ниғәмәт мәктәбенә 2023 йылда капиталь ремонт яһалғайны. Шуға күрә унда әллә ни ҙур ремонт талап ителмәне. Шулай ҙа мәктәп коллективы буяу, ағартыу эштәрен матур итеп атҡарып сыҡты. Бында бөтәһе 126 уҡыусы белем ала. Ике мәктәп тә газ менән йылытыла. Ҡаҙанлыҡтарҙы ла йылытыу миҙгеленә әҙерләп ҡуйҙыҡ. Ә Үрге Яйыҡбай мәктәбендә ике класта барлығы ете уҡыусы. Уларҙың берәүһе - 1-се класҡа, алтауһы - 2 - се класҡа күскән. Бында мәктәп утын менән йылытыла. Етерлек кимәлдә яғыулыҡ тупланды. Ремонт эштәре лә башҡарылды. Иң мөһим шарттарҙың береһе - уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уларға тырышып уҡыу өсөн яҡшы шарттар булдырыу. Дөйөм алғанда, яңы уҡыу йылына әҙербеҙ, тиергә мөмкин. Дауамы сайтта:

Районда барлығы 56 мәктәп иҫәпләнә. Яңы уҡыу йылы башланыуға күп ваҡыт ҡалманы. Белем усаҡтары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерме? Әле мәктәптәрҙә ниндәй эштәр гөрләй? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән белем биреү учреждениелары етәкселегенә мөрәжәғәт иттек.

 

Зәһүрә Ҡаһарманова, Төркмән мәктәбе директоры:

берҙәмлектә - көс, тиҙәр. Коллегалар менән буяу,  ағартыу эштәрен июнь айында уҡ менән тамамлап ҡуйҙыҡ. Әле мәктәп янындағы баҡса эштәре менән булышабыҙ. Унда картуф, кишер, кәбеҫтә, ҡыяр, ашҡабаҡ, помидор һәм башҡа йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерәбеҙ. 2-11-се класс уҡыусылары каникул ваҡытында  уларҙы тәрбиәләй: һыу ҡоя, ҡыйҙан таҙарта. Көҙөн мул уңыштан ҡыш буйына етерлек рассольник, борщ әҙерләйбеҙ, йәғни үҙебеҙҙең баҡсала үҫкән ризыҡтарҙы рәхәтләнеп ҡулланабыҙ.

Шулай уҡ тәрбиәүи темаға арналған стендарҙы яңырттыҡ, спорт майҙансыҡтарындағы уйын ҡоролмаларының төҙөклөгөн тикшерҙек, мәктәп янындағы юлдарҙағы хәүефһеҙлек билдәләрен ҡарап сыҡтыҡ. Ә уҡыусыларҙы мәктәпкә алып йөрөүсе автобустар торошон Баймаҡта тикшерәсәктәр. Теләгебеҙ шул: балалар имен-һау булһындар, тырышып уҡыһындар, киләсәктәре бәхетле булһын.

 

 Наил Иҫәнбаев, Ниғәмәт мәктәбе директоры:

Бикеш, Үрге Яйыҡбай мәктәптәре Ниғәмәт филиалы булып тора. Шулай уҡ Түбәнге Яйыҡбай балалары Ниғәмәткә йөрөп уҡый. Уларҙы мәктәп автобусы ташый.

Һәр береһенә ҡыҫҡаса туҡталып үткәндә, Бикеш мәктәбендә бөтәһе 60 уҡыусы. Уҡытыусыларға ҡытлыҡ юҡ. Май айында педагог-психолог булып эшләүсе белгес эшкә урынлашты.

Косметик ремонтты балалар каникулға сығыу менән эшләй башланыҡ һәм июнь аҙағында тамамланыҡ. Йәғни парталар, иҙәндәр буялды, стеналар ағартылды.

 Ниғәмәт мәктәбенә 2023 йылда капиталь ремонт яһалғайны. Шуға күрә унда әллә ни ҙур ремонт талап ителмәне. Шулай ҙа мәктәп коллективы буяу, ағартыу эштәрен матур итеп атҡарып сыҡты. Бында бөтәһе 126 уҡыусы белем ала.

Ике мәктәп тә газ менән йылытыла. Ҡаҙанлыҡтарҙы ла йылытыу миҙгеленә әҙерләп ҡуйҙыҡ.

Ә Үрге Яйыҡбай мәктәбендә ике класта барлығы ете уҡыусы. Уларҙың берәүһе - 1-се класҡа, алтауһы - 2 - се класҡа күскән. Бында мәктәп утын менән йылытыла. Етерлек кимәлдә яғыулыҡ тупланды. Ремонт эштәре лә башҡарылды.

Иң мөһим шарттарҙың береһе - уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уларға тырышып уҡыу өсөн яҡшы шарттар булдырыу.

Дөйөм алғанда, яңы уҡыу йылына әҙербеҙ, тиергә мөмкин.

 

Гөлфирә Дәүләтбирҙина, Ҡуянтау мәктәбенең уҡыу-тәрбиә буйынса директор урынбаҫары:

беҙҙең мәктәптә 75 бала белем ала. Яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре тамамланыу өҫтөндә. Косметик ремонтты эшләп бөттөк. Бөгөн кабинеттарҙы ҡабул итәбеҙ. Шулай уҡ документтарҙы тәртипкә килтереү менән булышабыҙ. Барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанабыҙ.

 

Гөлсинә Ҡотосова, Беренсе Этҡол мәктәбе директоры:

Мәктәп уҡыусыларҙы ҡаршы алырға әҙер. Документтар тәртиптә, стендтар  эшләнде. Коллегалар, ата-әсәләр тырышлығы менән кабинеттарға матур итеп косметик ремонт яһалды.  Шулай уҡ ир-егеттәр мәктәптең  урам эсе баҡсаһының ҡоймаларын яңыртты.

 

5 августан 12 августҡа тиклем район һәм ҡала мәктәптәре буйлап яңы уҡыу йылына әҙерлек торошон тикшереү буйынса комиссия эшләйәсәк. Ул төрлө йүнәлеш буйынса бер төркөм белгестәрҙән тора.

  «Беҙҙең төп бурыс - белем биреү ойошмаларында уҡыу һәм эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, хәүефһеҙлек сараларын күреү. Комиссия ҡарап, тикшереп сыҡҡандан һуң, әгәр мәктәп бар талаптарҙы теүәл үтәй икән, был осраҡта уларҙың яңы уҡыу йылына әҙер булыуын раҫлаусы акт төҙөләсәк», - тине район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов.

 

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас