Дәрескә тип түгел, осрашыуға
Класташтар бөгөн йыйылған.
Һуңғы ҡыңғырауҙың сыңлауына
Быйыл егерме йыл да тулған!
2005 йылда Таулыҡай мәктәбен 23 ҡыҙ һәм егет тамамлай. Уҙған аҙнала улар 11-се класты тамамлауҙың 20 йыллығын билдәләне.
Класташтар, матур йолаға ярашлы, иң беренсе мәктәпкә йыйылды. Белем усағына улар тәүге уҡытыусыларын да саҡырҙы, биргән белемдәре һәм тәрбиәләре өсөн педагогтарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
Хәҙер инде хаҡлы ялдағы уҡытыусылар ҡыҙҙар һәм егеттәргә эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләне.
Мәктәп тамамлағандан һуң, класташтар төрлө уҡыу йорттарына инеп, һөнәрҙәр алып, хәҙер һәр ҡайһыныһы уңышлы ғына эшләп йөрөй.
Осрашыу сараһында улар мәктәп йылдарына йәнә әйләнеп ҡайтты: матур хәтирәләргә бирелде, дәрестәге ҡыҙыҡлы хәл- ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө.
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер.
Осрашыуҙан алған шатлыҡлы уй-кисерештәр ҙә класташтар күңелендә матур хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанабыҙ!🙏