Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
18 Июнь 2025, 04:00

Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханына йомғаҡ яһалды

Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханында 11 кеше 100 балл йыйған, былтырғы уҡыу йылында ла шунса һан. Ә 1859-ҙы 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған

Башҡортостандың сығарылыш уҡыусылары араһында рус теленән берҙәм дәүләт имтиханына йомғаҡ яһалды, тип хәбәр итте мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин үҙенең телеграм-каналында.

Быйыл бөтәһе 15 578 уҡыусы һынау тотҡан. Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханында 11 кеше 100 балл йыйған, былтырғы уҡыу йылында ла шунса һан. Ә 1859-ҙы 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған.

«Химиянан да, рус теленән дә йөҙ балл йыйған Белорет уҡыусыһының ҡаҙанышы айырыуса иғтибарға лайыҡ», — тип билдәләне Илдар Мәүлитбирҙин.

Министр әйтеүенсә, был әлегә аныҡ һөҙөмтәләр түгел, сөнки апелляциянан һәм өҫтәмә көндәрҙә имтихан тапшырғандан һуң йөҙ балға яҙған уҡыусыларҙың һаны артыуы ихтимал.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас