Мәғариф
29 Апрель 2025, 04:16

Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә

4-се лицейҙа ойошторолған диктант яҙыуҙа район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, ҡала хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Зәйнулла Сиражетдинов, уҡытыусылар, мәғариф һәм хеҙмәт ветерандары һәм башҡалар ҡатнашты...

Ошо көндәрҙә төрлө төбәктәрҙә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Акцияға республикала, илебеҙҙә, хатта сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә әүҙем ҡушылды.

Сара быйыл 11-се тапҡыр үткәрелде. Диктант башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн айырым яҙылды.

Быйылғы текст темалары Ватанды һаҡлаусылар, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлек темаларына арналды.

Район мәктәптәрендә лә был акция ойошҡанлы үтте. 4-се лицейҙа диктант яҙыуҙа район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, ҡала хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Зәйнулла Сиражетдинов, уҡытыусылар, мәғариф һәм хеҙмәт ветерандары һәм башҡалар ҡатнашты. Ҡунаҡтар йәнә мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтып, парта артына ултырҙы...

Диктант яҙыу сараһы «Туған телем» йырын күмәкләп йырлауҙан башланды.

Унан һүҙ район хакимиәте башлығына бирелде. 

«Был бик әһәмиәтле сара. Беҙ туған телебеҙҙе оноторға тейеш түгел. Башҡорт телендә матур итеп аралашайыҡ, уны һаҡлайыҡ, үҫтерәйек. Туған телдә аралашыу ул иң беренсе ғаиләнән башлана. Ата-әсә өйөндә балалары менән башҡортса һөйләшһә, улар туған телебеҙҙе белеп үҫә, артабан ошо эштәрҙе балалар баҡсаһында һәм мәктәптәрҙә лә дауам итергә кәрәк», - тине Азамат Сәфәрғәли улы.

Акцияла ҡатнашыусылар Миләүшә Ҡаһарманованың «Онотмаҫҡа!» әҫәренән өҙөк яҙҙы. Диктантты 4-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлгенә Яҡшыбаева уҡыны.

«Йылына бер үткән был акция бик файҙалы, тип уйлайым. Сөнки сарала бынан бер нисә йыл элек мәктәпте тамамлаусылар ҙа үҙ белемен тикшерә ала. Улар әгәр диктантта хаталар ебәрә икән, артабан уларҙы булдырмау, ҡабатламау өҫтөндә эшләйәсәктәр, белемдәрен нығытасаҡтар. Бөгөнгө сарала ҡатнашыуыма шатмын. Диктантта хата ебәрмәгәнмендер, тип өмөтләнәм», - тине 4-се лицейҙың тәрбиәүи эш буйынса директор кәңәшсеһе Рима Тайбугина.

Эштәр һуңынан тикшереү өсөн йыйып алынды. Ниндәй баһа ҡуйылырын барыһы ла түҙемһеҙләнеп көттө, сөнки һәр кем туған тел буйынса белеменең ниндәй кимәлдә икәнен белгеһе килә ине.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас