

Бөгөн Баймаҡта һәләтле балаларҙың район слеты - «Йондоҙҙар парады» үтте.
Халыҡ ижады үҙәгендә уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы еңеүселәре һәм призерҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, һынлы сәнғәт буйынса республика олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары, шулай уҡ төрлө Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика ижади конкурстары, ғилми-ғәмәли конференциялар, спорт ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары тәбрикләнде. Мәктәп уҡыусылары менән бер рәттән сәхнәгә ҡала һәм район балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә саҡырылды. Улар ҙа, бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, байтаҡ еңеүҙәргә өлгәште.
Слетта
ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Азамат Сәфәрғәле улы Иҙрисов сәләмләне. Ул залда иң һәләтле балалар йыйылыуын билдәләне һәм киләсәктә улар Баймаҡ районы үҫешенә үҙ өлөш индерер, тигән ышанысын белдерҙе. «Йондоҙҙар парады»нда бөтәһе 202 уҡыусы һәм 98 остаз ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла сәхнә түренә саҡырылып, бүләк сертификаттары тапшырылды. Ә уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Һәләтле балаларҙы мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Зәйнулла улы Сиражетдинов, хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Рәмил улы Нәҙерғолов, ҡала биләмәһе башлығы Радмир Фитрат улы Иҫәнбаев, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Динара Юрис ҡыҙы Сәйғәфәрова, район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы Әхмәтова тәбрикләне.
Тантананы
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған «Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә» район фестиваль-конкурсының иң яҡшы номерҙары биҙәне. Уҡыусыларға тағы ла сағыуыраҡ еңеүҙәр, яңы ҡаҙаныштар, уңыштар юлдаш булһын!