Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
25 Апрель 2025, 04:20

"Лицей йондоҙҙары - 2025"

Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында "Лицей йондоҙҙары"  исемле бик матур сара үтте. Исеменән күренеүенсә, сараға иң әүҙем, иң дәртле, иң тырыш, иң етеҙ уҡыусылар һәм үҙ эшен яратҡан педагогтар йыйылды...

Кисә Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында "Лицей йондоҙҙары"  исемле бик матур сара үтте. Исеменән күренеүенсә, сараға иң әүҙем, иң дәртле, иң тырыш, иң етеҙ уҡыусылар һәм үҙ эшен яратҡан педагогтар йыйылды. 

Кисәне асыу өсөн һүҙ мәктәп директоры Рәсимә Килдейәр ҡыҙы Моратоваға бирелде. Ул сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе. Алдынғы, маҡсатлы уҡыусылар менән ғорурланыуын  белдерҙе.

Лицей-интернаты педагогтары балаларҙың һәр яҡлап һәләтен, талантын үҫтереү өсөн бар тырышлығын һала. Ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең белемен Рәсәй, республика, төбәк-ара, район кимәлендә үткән олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, йыр һәм бейеү, төрлө ижади конкурстарҙа һынап ҡарай һәм һәм юғары уңыштарға өлгәшә. Был сарала йыл дауамында яҡшы уҡыған уҡыу алдынғылары, йәмәғәт эштәрендә әүҙемдәр тәбрикләнде. Шулай уҡ "Йыл синыфы", "Йыл ғаиләһе", "Йыл уҡыусыһы", "Йыл лицеисы - 2025", "Йыл спортсыһы"  конкурстарына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәргә һәм уҡыу алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премиялар тапшырылды.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас