Мәғариф
25 Апрель 2025, 05:30

Лией-интернатының иң алдынғы уҡыусылары билдәләнде

"Лицей-йондоҙо-2025" тә "Йыл лидеры", "Йыл лицеисы", "Йыл уҡыусыһы", "Йыл спортсмены", "Йыл ғаиләһе" исемдәренә кемдәр лайыҡ булды?! Был турала сайттан уҡып белерһегеҙ:

"Лицей-йондоҙо-2025" тә "Йыл лидеры", "Йыл лицеисы", "Йыл уҡыусыһы", "Йыл спортсмены", "Йыл ғаиләһе" исемдәренә кемдәр лайыҡ булды һуң?! 

Был номинация еңеүселәрен асыҡлау -  иң тулҡынландырғыс мәл ине. Иң шәп уҡыусыларҙы билдәләү өсөн һүҙ лицей-интернат директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсимә Килдейәр ҡыҙына бирелде. 

Шулай итеп, "Йыл лицеисы - 2025" еңеүсеһе тип, Баймаҡ районында беренселәрҙән булып өс тапҡыр региональ этап олимпиадалар призеры, тырыш, маҡсатлы уҡыусы 9 а класынан Гөллирә Сабанбаева билдәләнде.

Ә "Йыл уҡыусыһы" маҡтаулы исеменә яҡшы уҡыуы, тәрбиәле булыуы менән һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булыусы, белемле, бөтөн яҡтан да башҡаларға үрнәк булыусы, шул уҡ 9 а класынан  Динә Хажиева һәм уҡыу буйынса бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүсе 10 а класы уҡыусыһы Рамаҙан Яратов лайыҡ булды.

"Йыл спортсмены" исеме кемгә бирелеүе лә, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Һәр спорт сараһында әүҙем ҡатнашҡан, төрлө ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәгән спортсы егет 9 а класынан Азамат Үзәкинға тапшырылды ул номинация. 

"Йыл лидеры-2025" номинацияһын хеҙмәттә лә, уҡыуҙа ла ал-ял белмәгән,лицей тормошонда иң әүҙеме булған, тырыш, алдынғы, маҡсатлы, һәләтле, талапсан кеүек яҡшы сифаттарға эйә булыусы 9 б класы уҡыусыһы Альбина Усманова яуланы.

Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашырға матур сараға уларҙың ата-әсәләре лә килгән ине. 

Лицей-интернат директоры Рәсимә Килдейәр ҡыҙы уларҙы ла оло хөрмәт менән сәхнә түренә саҡырҙы. Ошондай шәп, тырыш балалар тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы. 

Шулай уҡ номинация еңеүселәренә лә:

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ

Кеше булһын затығыҙ.

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ!-

тигән теләктәрен дә еткерҙе.

Ҡыҙҙар һәм егеттәр Маҡтау ҡағыҙына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды.

Ҡотлайбыҙ! Афариндар! Һәр саҡ әлегелә тырыш булығыҙ!

 

 

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас