Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
25 Апрель 2025, 06:00

Иҫәновтар - "Йыл ғаиләһе" номинацияһы еңеүселәре!

 Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Артур һәм Илүзә Иҫәновтар ғаиләһе - Баймаҡ лицей-интернаты иғлан иткән "Йыл ғаиләһе-2025" конкурсы еңеүселәре! Дауамы сайтта:

Лицей-интернатында быйыл тәүге тапҡыр  "Йыл ғаиләһе-2025" тигән шәп номинацияһы булдырылды.  Кисә үткән "Лицей йондоҙҙары" сараһында был номинация еңеүселәре билдәле булды. Улар - Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Артур һәм Илүзә Иҫәновтар ғаиләһе! 

Иҫәновтарҙың улдары һәм ҡыҙҙары ошо мәктәптә белем ала. Тырыш, алдынғы ҡарашлы ата-әсә мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. 

Лицей-интернат директоры Рәсимә Килдейәр ҡыҙы Иҫәновтарҙы конкурста еңеүҙәре менән ҡотланы. 

"Хөрмәтле Артур Заһир улы, Илүзә Гәрәй ҡыҙы!

 Татыу ғаиләгеҙҙә балаларыҙҙа уҡыуға, белемгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләп, ижади һәләттәрен үҫтереп, тырыш, аҡыллы балалар тәрбиәләүегеҙ башҡаларға өлгө булып тора", - тине ул сығышында һәм был матур ғаиләгә татыулыҡ, мөхәббәтле ғүмер, балалар ҡыуанысы теләне. Ғаиләгә Маҡтау ҡағыҙына, бүләктәр тапшырҙы.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас