Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
24 Апреля 2025, 10:55

Рәшиҙә Сәфәрғәли ҡыҙын сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ!

"Конкурс сәмле барҙы. "Кесе Ватан" темаһына проект төҙөп яҡланыҡ. Шулай уҡ уҡыусыларға башҡорт халҡының музыка ҡоралы ҡумыҙ тураһында оҫталыҡ дәресе күрһәттек. Төрлө райондарҙан килгән педагогтар менән аралашып, эшебеҙ өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашып, саранан көс-дәрт алып ҡайттым", - ти Рәшиҙә Сәфәрғәли ҡыҙы.

16-18 апрель Нефтекама ҡалаһында "Йәрәгемде балаларға бирәм" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы үтте. 

Унда республиканың төрлө төбәктәренән 9 номинация буйынса 87  педагог ҡатнашып, шуларҙың 35-е финалға үтә. Финалистар  араһында Баймаҡ балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы Рәшиҙә Иҙелбаева ла бар.

"Конкурс сәмле барҙы. "Кесе Ватан" темаһына проект төҙөп яҡланыҡ. Шулай уҡ уҡыусыларға башҡорт халҡының музыка ҡоралы ҡумыҙ тураһында оҫталыҡ дәресе күрһәттек. Төрлө райондарҙан килгән педагогтар менән аралашып, эшебеҙ өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашып, саранан көс-дәрт алып ҡайттым", - ти Рәшиҙә Сәфәрғәли ҡыҙы.

Ҡотлайбыҙ! Артабан да эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас