Мәғариф
17 Апрель 2025, 04:40

Район хакимиәте вәкилдәре ҡала мәктәптәрендә класс сәғәте үткәрҙе

Бөгөн ҡала мәктәптәрендә район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һәм хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары 10 класс уҡыусыларына класс сәғәттәре үткәрҙе. Беҙ шуларҙың береһендә, йәғни 1-се мәктәптәге дәрес шаһиты булдыҡ. 10 класта уҡыған 17 балаға класс сәғәтен район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ғәфүр Исхаҡов үткәрҙе. Ул уҡыусыларға районда башҡарылған эштәр, уңышлы эшләп килгән ойошма, учреждениелар тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Ҡыҙҙар һәм егеттәр  Ғәфүр Нурмөхәмәт улына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарын бирҙе һәм һәр һорауға ентекле, аңлайышлы яуап алды. Фәһемле һәм ҡыҙыҡлы дәрес уҡыусыларға бик оҡшаны.

Бөгөн ҡала мәктәптәрендә район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һәм хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары 10 класс уҡыусыларына класс сәғәттәре үткәрҙе. Беҙ шуларҙың береһендә, йәғни 1-се мәктәптәге дәрес шаһиты булдыҡ.

10 класта уҡыған 17 балаға класс сәғәтен район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ғәфүр Исхаҡов үткәрҙе. Ул уҡыусыларға районда башҡарылған эштәр, уңышлы эшләп килгән ойошма, учреждениелар тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

Ҡыҙҙар һәм егеттәр  Ғәфүр Нурмөхәмәт улына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарын бирҙе һәм һәр һорауға ентекле, аңлайышлы яуап алды.

Фәһемле һәм ҡыҙыҡлы дәрес уҡыусыларға бик оҡшаны.

 

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас