Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
9 Апреля 2025, 08:10

Афарин, Айгүзәл!

Айгүзәл Ҡарасуринаны һәм етәксеһе Венера Морат ҡыҙы Ҡаскинованы ихлас ҡотлайбыҙ

Афарин, Айгүзәл!Афарин, Айгүзәл!
Афарин, Айгүзәл!

4 апрелдә Бүздәк ауылының 1-се мәктәбендә VIII «Халиҡов уҡыуҙары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы әҙәбиәте өлкәһендә 2025 йыл юбилярҙарының ижадына арналды. Быйылғы сарала 203 белем биреү учреждениеһынан 407 кеше ҡатнашты.

Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбенең 5-се “А” класы уҡыусыһы Айгүзәл Ҡарасурина ғилми-ғәмәли конференцияла "Минең ғаиләм тарихы - минең илем тарихы" номинацияһында еңеүсе булды. Етәксеһе  - Венера Морат ҡыҙы Ҡаскинова.

Айгүзәл республика кимәлендәге конкурста икенсе тапҡыр еңеү яулаған. Тырыш ҡыҙҙы һәм етәксеһен ихлас ҡотлайбыҙ. Артабан да уңыштар, яңы асыштар теләйбеҙ!

Афарин, Айгүзәл!
Афарин, Айгүзәл!
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас