Сергей Кравцов Ил Президентына хәбәр итеүенсә, һайлау алдынан булған осрашыуҙарҙа ҡушылған барлыҡ йөкләмәләр теүәл үтәлгән. Атап әйткәндә, Бөтә Рәсәй ата-әсәләр комитеты булдырылған. Уны «Артек»тың директоры Константин Альбертович Федоренко етәкләй. Әйткәндәй, 16 июндә «Артек»тың 100 йыллығы була. Был тантанаға форсаттан файҙаланып, мәғариф министры Владимир Путинды ла саҡырҙы.
Шулай уҡ 74 төбәктә 200-гә яҡын агрокласс ойошторолған. Туған телдәр буйынса дәреслектәр индереү процедураһын ябайлаштырылған. Дөйөм алғанда, «Мәғариф» милли проектын ғәмәлгә ашырыу үҙ ваҡытында һәм теүәл үтәлә.
Мәктәптәр йәһәтенән, 2024 йылдың аҙағына тиклем 1300 мәктәп төҙөргә ҡушылған булған. Был күрһәткес тә арттырып үтәлгән. Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы ла уңышлы эшләй.
1680 балалар баҡсаһы төҙөлгән. "Хәҙер балалар баҡсаһына сират юҡ", - тип белдерҙе Сергей Сергеевич.
Яңы милли проекттар, атап әйткәндә, «Ғаилә» проекты сиктәрендә балалар баҡсаларына сират булдырмау өсөн 100 яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау программаһы ойоштороласаҡ, мәктәптәр менән сағыштырғанда, 2030 йылға тиклем 2300 балалар баҡсаһы ремонтланасаҡ.
Шулай уҡ урта һөнәри белем биреү, колледждарға капиталь ремонт үткәреү буйынса программа буласаҡ.
- «Руднево» инновация үҙәгендә булдығыҙ, йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған күҙҙәрен күрҙегеҙ. Ысынлап та, бөгөн беҙҙә урта һөнәри белем биреү өлкәһе тип әйтергә мөмкин: йәштәр эшсе һөнәрҙәр һайлай, эшкә урынлаша. Эшкә урынлашыу кимәле 80 проценттан юғарыраҡ. Колледж тамамланғандан һуң йәштәрҙең 85 проценты производствоға урынлашһын өсөн, артабан да эшләйәсәкбеҙ һәм маҡсат ҡуябыҙ, - тип һүҙен министр дауам итте.
Шулай уҡ теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһынған, тәбиғи-ғилми белем биреүҙе үҫтергән балалар өсөн донъя кимәлендәге 12 флагман мәктәбе төҙөләсәк. Педагогик белем биреү әүҙем үҫешә. Бөгөн был йүнәлеш буйынса конкурс көслө - бер урынға 10 кеше. Педагогик белем - мәғлүмәт технологияларынан һуң популярлыҡ буйынса икенсе урында тора.
Белем биреү сифаты күтәрелә. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 8,5 мең уҡыусы йөҙ балл йыйған, был 2020 йылға ҡарағанда меңгә күберәк. Шулай уҡ 5-9 кластар өсөн тарих буйынса берҙәм дәреслектәр әҙерләнгән. Тәүге тапҡыр колледждар өсөн берҙәм дәүләт дәреслектәре әҙерләнек, уларҙың хаҡы коммерция дәреслектәренән өс тапҡырға түбәнерәк.
Тәбиғи фәндәр предметтарынан тыш берҙәм дәүләт имтиханына инмәгән предметтарға, атап әйткәндә йыш ҡына икенсе планға күскән һынлы сәнғәт менән музыкаға ла иғтибар бүленәсәк. Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәренә кире ҡайтарыла. Был предметтар берҙәм дәүләт имтиханына инмәй, әммә уҡыусыларҙың киң даирәләре өсөн мөһим.
Яңы төбәктәрҙә белем биреү системаһын үҫтереү еңел булмаһа ла эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, барлыҡ уҡытыусыларҙың квалификацияһы күтәрелә, Рәсәй стандарттары индерелә, мәктәптәр, балалар баҡсалары тергеҙелә.
- Хөрмәтле Владимир Владимирович, беҙ белем биреү системаһы һәм суверенлы белем биреү системаһын төҙөү алдында яңы бурыстар тороуын аңлайбыҙ. Беҙ Хөкүмәттә 2040 йылға тиклем мәғарифты үҫтереү стратегияһын [эшләй башланыҡ] һәм һеҙҙең ярҙамығыҙҙы һорайбыҙ, - тип Сергей Кравцов һүҙен тамамланы.