Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ноябрь , 11:00

Уҡыусылар "Тарих һаҡсылары" сафына алынды.

Ҡаланың 1-се мәктәбендә «Беренселәр хәрәкәте» проекты сиктәрендә Урал аръяғы райондары уҡыусылары  «Тарих һаҡсылары» проектына ҡушылды. Унда Баймаҡ, Йылайыр райондарынан, Сибай ҡалаһынан 54 уҡыусы ҡатнашты. Дауамы - сайтта:

      Уҡыусылар «Тарих һаҡсылары» сафына алынды.

«Беренселәр хәрәкәте» - Рәсәйҙәге йәштәр хәрәкәте һәм ул  республикала ла уңышлы эшләй. Проект йәш таланттарҙы берләштереү, уларға иң яҡшы сифаттарын күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Улар төрлө ирекмәнлек акцияларында ҡатнаша, проекттарҙы тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә.

Ҡаланың 1-се мәктәбендә «Беренселәр хәрәкәте» проекты сиктәрендә Урал аръяғы райондары уҡыусылары  «Тарих һаҡсылары» проектына ҡушылды. Унда Баймаҡ, Йылайыр райондарынан, Сибай ҡалаһынан 54 уҡыусы ҡатнашты. Тантаналы сара Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлауҙан башланды.

 Сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы етәксеһе Рәмис Әмиров, райондың ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, мәғариф бүлеге етәкселеге ҡатнашты. Улар проектҡа ҡушылыусыларҙы тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе, «Тарих һаҡсылары» күкрәк билдәләрен тапшырҙы. Был уҡыусылар һәр ерҙә алдынғы, ҡыйыу һәм етеҙ ҙә булыр, тип ышанғы килә.

«Беҙ, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интнератының «шайморатовсылар» класы бөгөнгө сарала ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ. Сөнки беҙ, шайморатовсылар булараҡ, хәрби-патриотик сараларҙың береһенән дә ситтә ҡалмайбыҙ. «Беренселәр» хәрәкәтенең «Тарих һаҡсылары» проекты аҫтында беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ата-әсәләр менән берлектә гуманитар ярҙам әҙерләйбеҙ, төрлө патриотик сараларҙа, акцияларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, обелисктарҙы таҙалайбыҙ, сәскәләр һалабыҙ, Миңлеғәле Шайморатов тураһында мәғлүмәттәр туплайбыҙ», - тине Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының 8- се ш класы уҡыусыһы Замир Ғайсин.

Шулай уҡ ҡунаҡтарға  «Ҡурай» тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ойошторолдо, маскировкалау селтәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Сараға килеүселәр «Үҫеш нөктәһе» кабинетында урынлаштырылған  күргәҙмәгә сәйәхәт ҡылды.  Һалдатҡа хат яҙыу өсөн әҙерләнгән партала уҡыусылар һәм уҡытыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәр менән хаттар яҙҙы.

Проект илебеҙ тарихына битараф булмағандарҙы берләштерә, шулай уҡ уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй.

 

Альбина Байегетова.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: