Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь , 14:10

Һөҙөмтәле һәм уңышлы булһын йылыбыҙ

Мәғариф бүлеге, белем биреү учреждениелары берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарын үткәреү үҙенсәлектәрен аңлатыу, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреүгә йәлеп ителгән белгестәрҙе һайлап алыу һәм уҡытыу буйынса ҙур эш башҡарҙы. “Тура бәйләнеш” телефондары ла, махсус сайттарҙа ла көнүҙәк мәғлүмәт үҙ ваҡытында яҡтыртылып барҙы. Мәғариф бүлеге эске эштәр бүлеге, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, «Башинформсвязь» ААЙ-һы менән үҙ-ара килешеп эш итте.  

Һөҙөмтәле һәм уңышлы булһын йылыбыҙ
Һөҙөмтәле һәм уңышлы булһын йылыбыҙ

Мәғариф бүлеге, белем биреү учреждениелары берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарын үткәреү үҙенсәлектәрен аңлатыу, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреүгә йәлеп ителгән белгестәрҙе һайлап алыу һәм уҡытыу буйынса ҙур эш башҡарҙы. “Тура бәйләнеш” телефондары ла, махсус сайттарҙа ла көнүҙәк мәғлүмәт үҙ ваҡытында яҡтыртылып барҙы. Мәғариф бүлеге эске эштәр бүлеге, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, «Башинформсвязь» ААЙ-һы менән үҙ-ара килешеп эш итте.

 

Имтихандар ҡаланың 2-се, 3-сө мәктәптәрендә һәм 4-се лицейҙа үтте. 200-ҙән ашыу кеше: аудиторияға ойоштороусылар, аудиториянан тыш ойоштороусылар, техник белгестәр, дәүләт имтихан комиссияһы ағзалары, имтихан үткәреү пункты етәкселәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт күҙәтеүселәре йәлеп ителде. БДИ-ның төп этабы алдынан уҡыусылар ҡатнашлығында биология һәм рус теле буйынса ике күнекмә имтиханы үткәрелде. Күнекмә саралары имтихан материалдарын интернет селтәре аша тапшырыу, имтихан үткәреү пункты аудиторияларында баҫтырыу һәм имтихан материалдарын сканер аша үткәреү технологияларын эшләргә мөмкинлек бирҙе. Имтихан үткәреү өсөн матди база әҙерләнде.

Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнгәндә сығарылыш класы уҡыусылары өсөн белем генә түгел, шулай уҡ дөрөҫ психологик ҡараш, ата-әсәләрҙең ярҙамы ла талап ителә. Шуға күрә ата-әсәләр ҙә БДИ-ны биреп ҡарай. Бының өсөн махсус «Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө» билдәләнде. Быйыл БДИ-ны 189 сығарылыш уҡыусыһы бирҙе. Шуларҙың 13-ө рус теленән 81-ҙән күберәк балл йыйҙы. 4-се лицейҙан Ләйсән Абдуллинаның балы иң күбе булды. Ул 91 балл йыйҙы. Химия буйынса иң юғары һөҙөмтәне Аҡморон мәктәбе уҡыусыһы Зөбәржәт Бикбирҙина күрһәтте – 93 балл. Физиканан 2-се мәктәптән Илназ Хисмәтуллин – 92 балл, математиканан Илназ Хисмәтуллин (2-се мәктәп) һәм Илдар Исмәғилев (4-се лицей) 94-шәр балл йыйҙы. География буйынса иң юғары балл Темәс мәктәбенән Заһира Әбйәлиловала (95 балл). 4-се лицей уҡыусыһы Денис Хисаметдинов географиянан берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. Ә бына информатиканан һөҙөмтә бик үк шәптән түгел. Күптәр уны еңел предмет тип уйлап яңылышты.

Бөгөн илебеҙгә инженерҙар етешмәй. Шуға ла тәбиғи-ғилми цикл предметтарын (профилле математика, физика, химия, биология) һайлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Бөтәһе 19 уҡыусы физиканан БДИ тапшырҙы. Шуға күрә белем биреү ойошмаларына яңы уҡыу йылы башынан һөнәри йүнәлеш буйынса эште дауам итергә кәрәк. Районға педагогик кадрҙар (математика, физика, инглиз теле, башланғыс класс уҡытыусылары) етешмәй. Шуға ла беҙ сығарылыш класс уҡыусыларын педагогик вуздарға уҡырға инергә өндәйбеҙ.

2024 йылдан сығарылыш уҡыусыларына урта дөйөм белем тураһындағы ҡыҙыл йәки күкһел-зәңгәр төҫтәге аттестат һәм I, II дәрәжә «Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн» миҙалдары бирелә. Ҡыҙыл төҫтәге аттестат һәм миҙал 36 сығарылыш уҡыусыһына (4-се лицейҙан – 13, БЛИ-нан – 5, 2-се мәктәптән – 5, 1-се, 3-сө һәм Темәс мәктәптәренән – 3-шәр, Аҡморон һәм Өмөтбайҙан 2-шәр уҡыусы) тапшырылды.

Быйыл берҙәм дәүләт имтиханынан бер предметты ҡабаттан тапшырып, юғары уҡыу йортона ингән саҡта яҡшыраҡ һөҙөмтәне күрһәтеү мөмкинлеге лә бирелде. Был тәҡдим менән РФ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә сығыш яһаны. Һынауҙы 4-5 июлдә тапшырҙылар. Бындай мөмкинлек менән 17 уҡыусы ҡулланып, шуларҙың 9-ы балын бер аҙ күтәрҙе, ә 6-һы шундай уҡ һөҙөмтә күрһәтте. Ә бына 2 уҡыусы түбәнерәк балл йыйҙы. 2020 йылдан имтихандарҙы йәмәғәт күҙәтеүселәре генә түгел, яһалма интеллект та күҙәтә.

Туғыҙынсы кластар өсөн имтихандар төп һәм дәүләт сығарылыш имтихандары формаһында уҙғарыла. Быйыл 889 уҡыусы аттестат алыу өсөн дүрт фән буйынса имтихан тапшырҙы. Шуларҙың 91-е аттестатһыҙ ҡалды. Улар сентябрҙә ҡабаттан имтихан биреп ҡараясаҡ.

Яңы 2024/2025 уҡыу йылы башлана. Берҙәм мәғариф киңлеген булдырыу маҡсатында яңыртылған федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандарттары индерелде. 1 сентябрҙән «Технология» фәненең исеме «Хеҙмәт (технология)» тип үҙгәртелә. Ул биш мотлаҡ модулде һәм өс вариантты үҙ эсенә аласаҡ. ОБЖ урынына «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау» тигән яңы фән индереләсәк. Мәктәптәрҙә профилле уҡытыу тормошҡа ашырыла. Уларҙа технологик, социаль-иҡтисади, гуманитар, физика-математика, тәбиғи-фәнни һәм универсаль профилдәр асылды.

Яңы уҡыу йылы уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн һөҙөмтәле һәм уңышлы булһын!

Вәсилә ЙОРТБӘКОВА,

мәғариф бүлегенең баш белгесе. 

 

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

– Мәғариф сифаты менән идара итеүҙең төбәк механизмдарын баһалау буйынса төбәктәр рейтингында республика 71-се урындан (2020 йыл) 17-се урынға (2022 йыл) күтәрелде. 2024  йылда башҡортостан уҡыусылар араһында волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса өс лидер иҫәбенә инде, ә бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса алтынсы булды.

2024  йылда башҡортостандан берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса йөҙ балл менән билдәләнгән эштәр һаны рекордлы күрһәткескә етте  – 155  эш иң юғары балға лайыҡ булды. был уҙған йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. шуныһы мөһим: һуңғы биш йылда республика берҙәм дәүләт имтиханын объектив ойоштороуҙың «йәшел зонаһында» үҙ урынын һаҡлап ҡала. барлыҡ тырышлығыбыҙ мәктәптәрҙә белем биреү сифатының яҡшырыуына килтерә.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: