Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь , 10:33

Белем һәм тәрбиә биреүҙә юғары үрҙәр яулайыҡ!

– Райондың белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһы йыл һайын яҡшыра бара. “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу барышында Күсей, Йомаш, Өмөтбай ауылдарының аҙ комплектлы мәктәптәренә бишәр заманса ноутбук һәм дүртешәр күп функциялы офис ҡоролмаһы тапшырылды. Урғаҙа, Ҡолсора, Темәс мәктәптәренә – 28-шәр ноутбук һәм дүртешәр күп функциялы офис ҡоролмаһы бирелде. Ошо проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып компьютер техникаһы 4-се лицейҙа, 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәрҙә, Баймаҡ лицей-интернатында яңыртылды. Мәктәптәрҙе яңыртыу федераль программаһы сиктәрендә районда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса эштәр дауам итә. Әгәр 2022 йылда ҡаланың 3-сө һәм Темәс мәктәптәренә капиталь ремонт эшләнһә, 2023 йылда был программа буйынса 4-се лицейҙа, ҡаланың 1-се, Ниғәмәт һәм Беренсе Төркмән мәктәптәрендә башҡарылды. Быйыл капиталь ремонт Баймаҡ лицей-интернаты бинаһында үткәрелә. “Уҡыусыларҙы инициативалы бюджетлау” программаһы мәктәп уҡыусыларының мөһим башланғыстарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Балалар үҙҙәре мөһим тип тапҡан мәсьәләләрҙе күтәреп сыға. Быйыл Байым, Түбә һәм Ярат мәктәптәре республика конкурсы нигеҙендәге һайлап алыу турында еңеп сыҡты. Проектта еңгән 3 мәктәпкә бүленгән сумманың күләме 1499900 һум тәшкил итте.  

Йыл һайын август айын уҡытыусылар оло тулҡынланыу менән ҡаршы ала. Беренсенән, яңы уҡыу йылы яҡынлаша, икенсенән, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үткәрелә. Уҙған уҡыу йылы йомғаҡтары ниндәй? Мәғариф системаһын быйыл ниндәй яңылыҡтар көтә? Район мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

– Фәнил Рамазан улы, республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһенән ниндәй тәьҫораттар алып ҡайттығыҙ?

– Әлбиттә, бай тәьҫораттар менән. Быйыл ул Стәрлетамаҡта үткәрелде. Яңы мөхит, яңы ерлек... Шулай уҡ стәрлеләрҙең тәжрибәһе менән танышыу форсаты менән файҙаландыҡ. Быйыл конференцияла йылдағыса актуаль проблемалар яҡтыртылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәлә сығыш яһап, мәғарифты үҫтереүҙең төп бурыстарын билдәләне. Улар араһында махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү ҙә бар. Ошо маҡсатта республика мәктәптәрендә “Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре кабинеты” булдырылыуын, шулай уҡ ”Патриот” парктары базаларында патриотик тәрбиә биреү өсөн инфраструктуралар әҙерләнеүен билдәләп үтте. Белем биреү сифатына килгәндә, республикабыҙ 71-сенән 17-се урынға күтәрелгән. Интеллектуаль олимпиадалар буйынса Волга буйы федераль округында беҙ – өсөнсө, дөйөм олимпиадалар буйынса алтынсы урында торабыҙ. Республикала матди-техник базаны яҡшыртыу өсөн дә күп эштәр башҡарыла, мәктәптәр һәм балалар баҡсаларына капиталь ремонт эшләнә, яңылары һалына. Республика Башлығы студент кампусын төҙөү, полилингваль белем биреү темаһына ла ҡағылды.

Уҡытыусыларға ярҙам итеү, уларҙың һаулығын һаҡлау темаһы айырым һәм мөһим тема булды, шул иҫәптән шифахана-курорт ялы йәһәтенән дә. Шулай уҡ Республика Башлығы уҡытыусыларға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Дөйөм алғанда, был кәңәшмәлә мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Уҡыу йылының яңылыҡтары, муниципаль белем биреү системаһын идара итеү стратегияһы, дөйөм белем биреү йөкмәткеһен яңыртыу, мәктәпкәсә белем биреү системаһында яңы йүнәлештәр, ғаилә ҡиммәттәре һәм традициялары, инклюзив белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләре майҙансыҡтарҙың төп темалары булды. Үҫеп килеүсе быуынды патриотик тәрбиәләү буйынса эште көсәйтеүгә ҙур баҫым яһалды. Ысынлап та, бөгөн был заманса белем биреүҙең иң мөһим бурыстарының береһе булып тора. Беҙ был йүнәлештә планлы эш алып барабыҙ. “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә райондың 28 дөйөм белем биреү учреждениеһында директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшселәре уңышлы эшләй, улар уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә ысын патриоттар тәрбиәләүҙә, уҡыусыларҙың йәмәғәт хәрәкәттәрендә һәм проекттарында ҡатнашыуын координациялауҙа ярҙам итә.

– Хәрби-патриотик тәрбиә биреү – заманыбыҙҙың иң актуаль  темаларының береһе, тиһәң дә була. Был юҫыҡта районда ниндәй эштәр башҡарыла?

– Бик күп эштәр башҡарыла. Беренсенән, мәктәптәрҙә “Юнармия” ижтимағи хәрәкәттәрен булдырыу буйынса эш дауам итә. Райондың 20 мәктәбендә һәм балалар ижады үҙәгендә “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең бүлексәләре асылды. Унда 1200-ҙән ашыу уҡыусы теркәлгән. Был хәрәкәт төрлө ижтимағи файҙалы эшмәкәрлеккә йүнәлтелеп, мөһим саралар, акциялар, проекттар, илһөйәрлек тәрбиәләүгә йәлеп итеү маҡсатында бөтә балалар йәмәғәт ойошмаларын, берләшмәләрен үҙ эсенә ала. Баймаҡ лицей-интернаты һәм Иҫке Сибай мәктәбе нигеҙендә “шайморатовсылар” кластары асылды. Уларҙың барыһы ла бик уңышлы эшләп килә. Ҡаланың 3-сө һәм 5-се, Урғаҙа мәктәптәрендә кадет кластары бар. “Герой партаһы” тураһында айырым әйтеп үткем килә. Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә ҡала һәм райондың ете белем биреү учреждениеһында геройҙарға арналған ун дүрт парта бар.

– Райондағы мәғариф учреждениеларына ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ әле?

– Әле район биләмәһендә 58 мәктәп, 10 мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү, 46 мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү төркөмө һәм дүрт өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй. Йәйге осорҙа балаларҙың ялын ойоштороу өсөн ике һауыҡтырыу лагеры бар. Барлығы 7789 бала белем ала, 2646 кескәйҙәр балалар баҡсаһына йөрөй. Быйыл 647 ҡыҙ һәм малай беренсе тапҡыр мәктәп ишеген үрелеп асасаҡ.

– Уҙған уҡыу йылы ниндәй уңыштары менән хәтерҙә ҡалды? Ғөмүмән, һеҙ һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәтһегеҙме?

– Дөйөм алғанда, беҙҙең һөҙөмтәләр яҡшы ғына. 2023/2024 уҡыу йылында райондың туғыҙ белем биреү учреждениеһынан 75 уҡыусы Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашты. Ун бер уҡыусы экология, иҡтисад, әҙәбиәт, технология, биология, география, хоҡуҡ фәндәре буйынса призер булды. Туғыҙ уҡыусы – башҡорттеле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала призлы урындар алып һөйөндөрҙө. Тағы ла туғыҙ уҡыусыбыҙ “Хәтерләйем. Ғорурланам” олимпиадаһының республика этабында ҡатнашып, алтауы призлы урынға лайыҡ булды. Ғөмүмән, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ Рәсәй, республика кимәлендәге һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе йәки призер булып таныла. Быныһы, әлбиттә, беҙҙе һөйөндөрә генә. Иҫке Сибай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азалия Ибраһимова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024” төбәк конкурсында абсолют еңеүсе булды. Азалия Варис ҡыҙы сентябрҙә Ҡазан ҡалаһында үтәсәк Бөтә Рәсәй туған телдәр конкурсында республикабыҙ намыҫын яҡлаясаҡ. 1-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнәзирә Ҡаскинова “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашып, “Ватанымда дөрөҫлөктө күрәм...” номинацияһында еңеп сыҡты.

– Һуңғы йылдарҙа белем биреү  учреждениеларында балалар өсөн  уңайлы шарттар булдырыу һәм уларҙы төрлө яҡлап үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Ошо турала ла һөйләп үтегеҙ әле?

– Райондың белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһы йыл һайын яҡшыра бара. “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу барышында Күсей, Йомаш, Өмөтбай ауылдарының аҙ комплектлы мәктәптәренә бишәр заманса ноутбук һәм дүртешәр күп функциялы офис ҡоролмаһы тапшырылды. Урғаҙа, Ҡолсора, Темәс мәктәптәренә – 28-шәр ноутбук һәм дүртешәр күп функциялы офис ҡоролмаһы бирелде. Ошо проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып компьютер техникаһы 4-се лицейҙа, 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәрҙә, Баймаҡ лицей-интернатында яңыртылды.

Мәктәптәрҙе яңыртыу федераль программаһы сиктәрендә районда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса эштәр дауам итә. Әгәр 2022 йылда ҡаланың 3-сө һәм Темәс мәктәптәренә капиталь ремонт эшләнһә, 2023 йылда был программа буйынса 4-се лицейҙа, ҡаланың 1-се, Ниғәмәт һәм Беренсе Төркмән мәктәптәрендә башҡарылды. Быйыл капиталь ремонт Баймаҡ лицей-интернаты бинаһында үткәрелә. “Уҡыусыларҙы инициативалы бюджетлау” программаһы мәктәп уҡыусыларының мөһим башланғыстарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Балалар үҙҙәре мөһим тип тапҡан мәсьәләләрҙе күтәреп сыға. Быйыл Байым, Түбә һәм Ярат мәктәптәре республика конкурсы нигеҙендәге һайлап алыу турында еңеп сыҡты. Проектта еңгән 3 мәктәпкә бүленгән сумманың күләме 1499900 һум тәшкил итте.

– Мәктәпкәсә төп белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ниндәй эштәр атҡарыла?

– Мәктәпкәсә төп белем биреү программаһын тормошҡа ашырыусы мәғариф учреждениелары селтәре 10 балалар баҡсаһын, 46 мәктәпкәсә белем биреү төркөмөн, 1 дөйөм белем биреү мәктәбенең балалар баҡсаһын үҙ эсенә ала. Бында барлығы 2646 бала йөрөй. 9 ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән төркөмдәрҙә 59 бала тәрбиәләнә. 10 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында логопункттар, компенсация йүнәлешендәге 11 төркөм (123 бала йөрөй) бар. 7 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында педагог-психологтар эшләй. Коррекцион белем биреүгә 436 бала йәлеп ителгән. 302 тәрбиәләнеүсе ҡатнаш йүнәлештәге төркөмдәргә йөрөй. Бөтә балалар баҡсаларында консультация үҙәктәре эшләй. Тыуғандан алып 18 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләре балаларҙы үҫтереү, уҡытыу, тәрбиәләү, физик һәм психик сәләмәтлектән һаҡлау, шулай уҡ ғаиләгә яраҡлашыу осоронда һәм артабанғы тормош этаптарында алмаштырыусы ғаиләләргә педагогик ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Урындағы телевидениела ҡаланың мәғариф бүлеге һәм балалар баҡсалары тарафынан әҙерләнгән “Логознайка” тапшырыуы күрһәтелә. Унда йәш тамашасылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн дәрестәр күрһәтелә, дөрөҫ телмәр һәм баланы мәктәпкә әҙерләүгә арналған.

– Быйыл кадрҙар менән проблемалар бармы?

– Әлбиттә, бар. Мәктәптәрҙә математика, информатика, тарих, башланғыс кластар уҡытыусылары етешмәй. Уҙған 2023/2024 уҡыу йылында районға дүрт йәш уҡытыусы ҡайтҡан ине. Йәштәрҙе дәүләт ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Яңы хеҙмәт юлын башлаған йәш белгескә төрлө ярҙам саралары күрһәтелә. Мәҫәлән, дүрт оклад күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм өс йыл дауамында эш хаҡына ай һайын 30 процент өҫтәмә ҡаралған. Ауыл ерлегендә эшләүсе йәш уҡытыусылар гранттар конкурсында ла ҡатнаша ала. 2024 йылда 690000-шәр һумлыҡ 150 грант ҡаралған.

– Мәғариф хеҙмәткәрҙәренә ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– Теләктәргә килгәндә, мәктәп ниндәй һәм ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, уҡыусыға белем алыу өсөн мөмкинлектәр тигеҙ булһын. Шулай уҡ уҡыусыларыбыҙ илһөйәрлек тойғоһо менән үҫһендәр. Ә уҡытыусыларҙың барыһын да яңы уҡыу йылы етеп килеү уңайынан ҡотлайым. Һөнәрегеҙгә тоғро ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәм.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Эльмира Кейекҡужина әңгәмәләште. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: