Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Июнь , 14:26

“24 bit” уҡыусылар араһындағы Бөтә Рәсәй медиатөҙөлөш һәм программалау конкурсының төбәк этабы тамамланды.

Был конкурста И.Х. Зыянбирҙин етәкселегендәге Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары ҡатнашып, призлы урындар яуланылар. “Веб-дизайн” номинацияһында “Ҡайһы саҡта ял ҡулыңдан килгән иң һөҙөмтәле эш була” эше менән 1-се, “Башҡорт телен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән проект” менән 2-се, “Уҡы һәм үҫ” проекты менән 3-сө урындарҙы алдылар. Шулай уҡ “3D компьютер анимацияһы” номинацияһында “Минең мәктәбем” проектын яҡлап, 3-сө урынға сыҡтылар.

Уҙған аҙнала үткән “24 bit” Бөтә Рәсәй медиатөҙөлөш һәм программалау конкурсының төбәк этабында барлығы 129 уҡыусы ҡатнашты. Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проектының “Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Республика балалар мәғариф технопаркы тарафынан ойошторолдо.
Был конкурста И.Х. Зыянбирҙин етәкселегендәге Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары ҡатнашып, призлы урындар яуланылар. “Веб-дизайн” номинацияһында “Ҡайһы саҡта ял ҡулыңдан килгән иң һөҙөмтәле эш була” эше менән 1-се, “Башҡорт телен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән проект” менән 2-се, “Уҡы һәм үҫ” проекты менән 3-сө урындарҙы алдылар. Шулай уҡ “3D компьютер анимацияһы” номинацияһында “Минең мәктәбем” проектын яҡлап, 3-сө урынға сыҡтылар.
⁣Еңеүселәргә һәм призерҙарға “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмдә баҫылып сыҡҡан һылтанма буйынса Республика балалар технопаркының электрон дипломдары тапшырыласаҡ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: