Ошо көндәрҙә ҡаланың 3-сө мәктәбе базаһында "Уҡытыусының инновацион эшмәкәрлеге - профессионализмды үҫтереү ресурсы" темаһына рәсем, музыка һәм технология уҡытыусыларының район семинары үтте. Бында технология уҡытыусылары Адмидина О.Н. менән Ғүмәрова Г.А., рәсем уҡытыусыһы Гаврилова Л.И., музыка уҡытыусыһы Сәфәрғәлин З.З. асыҡ дәрес күрһәтте. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтарға мәктәп буйлап экскурсия ла үткәрелде, мәктәп музейында ла булып өлгөрҙөләр. Унан уҡыусылар бай йөкмәткеле концерт күрһәтте.
Семинарҙың пленар өлөшөндә ҡатнашыусыларҙы 3-сө мәктәптең директоры Заһит Замир улы сәләмләп үтте һәм семинар эшенә уңыштар теләне. Унан үҙ эш тәжрибәһе менән Аҡморон мәктәбенең музыка уҡытыусыһы О.Р. Йәноҙаҡова уртаҡлашты. Уның темаһы «Педагогик профессионаллек - заманса белем биреү сифатына ирешеү факторы» тип аталды. «Уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн технология буйынса дөйөм белем биреү мәктәбенә әҙерлек буйынса тәҡдимдәр» проекты менән райондың технология уҡытыусылары методик берекмәһе етәксеһе Кадаева З.М. сығыш яһаны. 2-се мәктәптең технология уҡытыусыһы Садиҡов Н.Г. сығышын «Яңы технологиялар ҡулланып үҫмерҙәр өсөн ижади проекттар варианттары» тип атаны.
Артабан «Уңышҡа юл» тигән квест-уйын ойошторолдо, унда семинарҙа ҡатнашыусылар өс командаға бүленде һәм әүҙем ҡатнашты. Семинарға дөйөм йомғаҡтар мәғариф бүлеге методисы Д.С. Рәхимова тарафынан яһалды. Район семинары юғары кимәлдә ойошторолдо. Семинарҙа ҡатнашыусылар бик күп файҙалы мәғлүмәт алды, үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.