Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Март , 16:45

Имтиханды бергә биреп ҡаранылар

Кисә "Бергәләп тапшырабыҙ. БДИ ата-әсәләр менән бергә бирәбеҙ" Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы имтихан биреп ҡаранылар. Сараны ойоштороусы булып Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт сығыш яһаны. Баймаҡ ҡалаһының 351-се имтихан ҡабул итеү пунктында берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү процедураһын сағылдырған эшлекле уйын ойошторолдо.   Акцияла Баймаҡ районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Ф.Р. Нәҙерғолов, мәғариф бүлеге начальнигы Ф.Р. Ирмәков һәм буласаҡ сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре ҡатнашты.  

Имтиханды бергә биреп ҡаранылар
Имтиханды бергә биреп ҡаранылар
Кисә "Бергәләп тапшырабыҙ. БДИ ата-әсәләр менән бергә бирәбеҙ" Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы имтихан биреп ҡаранылар. Сараны ойоштороусы булып Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт сығыш яһаны. Баймаҡ ҡалаһының 351-се имтихан ҡабул итеү пунктында берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү процедураһын сағылдырған эшлекле уйын ойошторолдо.
 
Акцияла Баймаҡ районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Ф.Р. Нәҙерғолов, мәғариф бүлеге начальнигы Ф.Р. Ирмәков һәм буласаҡ сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре ҡатнашты.
 
«Был акция мәктәп тамамлаусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеүгә бәйле артыҡ көсөргәнешлекте бөтөрөргә, уларҙы үткәреү тәртибе менән яҡшыраҡ таныштырырға һәм имтихандарға лайыҡлы әҙерләнергә ярҙам итергә тейеш», - тип һөйләне мәғариф бүлеге етәксеһе Фәнил Рамазан улы Ирмәков.
 
Имтихан барышында ата-әсәләр бөтә имтихан процедуралары аша үтте: теркәлделәр, телефондарын һәм шәхси әйберҙәрен тапшырҙылар, металл детектор аша үттеләр, инструктаж тыңланылар. Шәхси тәжрибәлә имтиханда нисек контроль алып барылыуы, имтихан пункттарында ниндәй эпидемиологик хәүефһеҙлек саралары ҡулланылыуы, имтихан материалдары нисек баҫылыуы һәм эшкәртелеүе менән таныша алды. 
2024 йылда ата-әсәләргә тарихтан Берҙәм дәүләт имтиханының ҡыҫҡартылған вариантын яҙырға тәҡдим ителде.
 
Яуап бланктарын тултырыу иң тулҡынландырғыс этап булды: барыһын да өлгө буйынса һәм махсус шаҡмаҡтарҙа рәсмиләштерергә кәрәк. Имтихан теүәл бер сәғәт дауам итте. Билдәләп үтергә кәрәк, бөтә этаптар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үтте.
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: