-4 °С
Ясна
Быйыл Баймаҡ лицей-интернаты полилингваль статусында эш башланы.
Полилингваль мәктәптәр иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, балаларға күмәкләп йыйылып эшләр өсөн күп функциялы бүлмәләр бар (коворкинг), ижад итеү, үҙеңде һынап ҡарау өсөн шарттар тыуҙырылған. Бындай мәктәптәрҙә уҡырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара, быға белем биреү процесының юғары сифатлы булыуы булышлыҡ итә. Уҡыусылар имтихандарҙа, одимпиадаларҙа, конкурстарҙа, башҡа проекттарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Киң мөмкинлектәре булған, заманса мәктәптәрҙе асыуға, әлбиттә, РФ Президенты В. В. Путиндың "май" указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") булышлыҡ итә.