-4 °С
Болотло
һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова килде. Ул үҙәк ҡала дауаханаһында булды, төҙөлөш барған яңы балалар поликлиникаһын ҡараны. Артабан Гөлнара Фаат ҡыҙы район хакимиәтендә граждандарҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте. Бында шулай уҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселеге, табиптар һәм башҡа белгестәр ҡатнашты. Кешеләрҙең һорауҙарына аныҡ яуаптар бирелде һәм хәл итеү өсөн контролгә алынды.
Г. САЛАУАТОВА.
А. ЮЛДАШБАЕВ фотоһы.