Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Декабрь 2021, 17:23

Кадет класы асылды

Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә тантаналы шарттарҙа кадет класы асылды.

Кадет класы асылды
Кадет класы асылды

Тантанала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Урал аръяғы йәмәғәт инициативалары союзы рәйесе Иҙел Солтанов, район Советы депутаты Вадим Ғибаҙуллин ҡатнашты.
Мәктәптең 5-се класында белем алыусы 10 малай һәм 8 ҡыҙ кадет анты ҡабул итте, Ватанына тоғро хеҙмәт итергә һүҙ бирҙе.
Азат Шамил улы уҡыусыларҙы, педагогтарҙы, ата-әсәләрҙе был ваҡиға менән ихлас ҡотланы, мәктәпкә электрон тир бүләк итте.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: