Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Сентябрь 2021, 09:05

Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп этабы тәүге тапҡыр онлайн-форматта үтә

28 сентябрҙән Башҡортостанда Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының мәктәп этабы башлана. Төбәктә тәүге тапҡыр ул көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу форматында ойошторола. Илдең иң ҙур олимпиадаһына "Талант һәм уңыш" мәғариф фонды ("Сириус" белем биреү үҙәге) етәксеһе Елена Шмелева старт бирҙе. Олимпиаданың онлайн-этабында күләмдең артыуы төрлө төбәктәрҙән уҡыусылар өсөн тигеҙ мөмкинлектәрҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

"Беҙҙең бурыс - һәр мәктәптә бындай мөмкинлек булдырыу. Был - ғәҙеллек, белем алыуҙың тигеҙ прициптары, уҡыусылар өсөн уңайлы үҫешкән мөхит булдырыу. Беҙ һәр кемгә үҙен һынап ҡарарға, предметты баһаларға мөмкинлек бирәбеҙ ", - тип аңлатты Елена Шмелёва.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин һөйләүенсә, төбәктең 14 мең уҡыусыһы яҙ дистанциялы форматта үткән олимпиаданың саҡырыу этабында ҡатнашып та өлгөргән. Быйыл олимпиаданың мәктәп этабында, былтырғы кеүек ярты миллиондан ашыу уҡыусының ҡатнашыуы көтөлә. Уҙған мәктәп һәм төбәк этаптары һөҙөмтәһенә ҡарап, Башҡортостандың йыйылма командаһы булдырыласаҡ. Ул команда республика исеменән Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабында сығыш яһаясаҡ.

-Былтыр беҙҙең йыйылма командаһы һуңғы биш йылдағы иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһен күрһәтте. 14 дөйөм белем биреү предметынан 47 еңеүсе һәм призлы урын алыусы билдәләнде. Иң яҡшы һөҙөмтәне уҡыусылар хоҡуҡтан, технологиянан, химиянан, биологиянан һәм географиянан күрһәтте, - тине Илдар Мәүлитбирҙин.

Быйыл мәктәп этабы ике форматта үтәсәк. Традицион һәм Сириус.Курстар онлайн-платформаһында үтәсәк. Дистанцион турҙар физика, биология, химия, астрономия, математика һәм информатика фәндәренән үтә. Был этапта иң яҡшы уҡыусылар мәктәп кимәлендә билдәләнәсәк.

Ҡатнашыусыларға уңайлы булһын өсөн һәр предмет буйынса йөкләмәләр Сириус.Курса платформаһында урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡуйып барыласаҡ. Эште башҡара башлағандан ваҡыт иҫәбе башлана. Ике көндән һуң сайтта предмет буйынса олимпиада мәсьәләләрен эшләү ҡәғиҙәләре ҡуйыласаҡ. Ә 7 көндән һуң ҡатнашыусы шәхси код буйынса эш һөҙөмтәһенҡарай ала. Уҡыусыларҙың тест системаһына инеүе индивидуаль код буйынса алып бара, ә шәхси код мәктәпкә ебәрелә.

Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп этабы Башҡортостанда 27 сентябрҙә "Француз теле" предметынан башлана, уның буласаҡ лингвистары очно яҙа. Сириус.Курстар олимпиадаһы 30 сентябрҙә "Физика" фәне менән башлана. Мәктәп этабы "Сириус" белем биреү үҙәгенең платформаһында 28 октябрҙә "Информатика" предметы менән тамамлана.

Өҫтәп үтәйек, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы - илдең иң ҙур интеллектуаль ярышы. Унда йыл һайын 6 миллиондан ашыу уҡыусы ҡатнаша. Олимпиада 24 предмет буйынса үткәрелә. Йомғаҡлау этабындағы призерҙар һәм еңеүселәр юғары уҡыу йортона ҡабул итеү һынауҙарынан тыш инергә хоҡуҡлы.

https://edu.sirius.online/#/  

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: