Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Март , 08:32

Йәгеҙ әле. ҡыҙҙар!

Сыңғыҙ һәм Таулыҡай мәктәбе ҡыҙҙары ярышты...

Кисә Х. Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбендә 8 Март -Халыҡ-ара ҡатын -ҡыҙҙар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" ярыш-конкурсы үтте. Унда "Таулыҡай ҡыҙҙары" һәм "Ете ҡыҙ" командалары ҡатнашты. Конкурсты башланғыс класс уҡытыусыһы Рима Моталлапова алып барҙы. Бәйге бик сәмле барҙы. Өйгә бирелгән эштәргә лә ҡыҙҙар бик матур әҙерләнгәндәр. Төрлө ярыштарҙа бәйгеселәр үҙҙәрен тапҡыр яуап биреүҙә, етеҙлектә һынаны. Улар күҙ бәйле көйө аш-һыуҙы таныны, татар халҡының йыр-бейеүе, милли ризыҡтары менән таныштырҙы, Ғаилә йылына арналған стенгазетаны яҡланы.

Конкурс һөҙөмтәләренә килгәндә, беренсе урынды "Ете ҡыҙ", икенсене - "Таулыҡай ҡыҙҙары" командаһы яуланы. 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас