Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Июль 2025, 12:06

Уҡсылар һынатманы!

Учалы районында "Ай, Уралым, Уралым" фестивале сиктәрендә үткән "Баҡшай мәргәне" турнирында Ниғәмәт ауылы егете Азат Фәйзуллин өсөнсө урын яуланы...

Баймаҡ уҡсылары район, республика кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындарға өлгәшә. Уҙған аҙнала ла баймаҡтар үҙҙәренең уҡ атыу буйынса оҫталар икәнен йәнә иҫбатланы. Учалы районында "Ай, Уралым, Уралым" фестивале сиктәрендә үткән "Баҡшай мәргәне" турнирында Ниғәмәт ауылы егете Азат Фәйзуллин өсөнсө урын яуланы. Бәйгелә Башҡортостан, Татарстан республикаларынан тыш, Пермь, Силәбе өлкәләре уҡсылары ла ҡатнашты.

Азат, афарин! Артабан да һиңә уңыштар юлдаш булһын! 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас