Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Апрель 2025, 17:58

Айгөл Мәмбәтҡолова

#Һаҡмар_конкурс  #Тажетдинов  Ҡәҙерле дуҫтар! Икенсе Этҡол мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айгөл Мәмбәтҡолова ижад иткән шиғырҙарҙы ла сайттан уҡығыҙ.  Шулай уҡ Айгөлгә лайктар ҡуйырға онотмағыҙ. 

Айгөл Мәмбәтҡолова
Айгөл Мәмбәтҡолова

Тыуған ауылым-Этҡолом.

 

Тыуған ауылым-Этҡолом,

Атайсалым-төйәгем.

Уртаһынан йылға аға

Һанай-һанай дәүерен.

 

Тәбиғәттең ҡосағында

Ауылым йәйелеп ултыра.

Тирә-яғы ҡуйы урман

Яланында сәскә ата.

 

Ауылыбыҙҙа мәсет,

Китапхана һәм клуб бар.

Нурлы мәктәбебеҙҙә

Белемле, тырыш уҡыусылар бар.

 

 

Ауылым гөрләп тора

Тырыш кешеләре менән.

Йәшә, тыуған Этҡолом!

Ғорурланам һинең менән.

 

Айгөл Мәмбәтҡолова, 2-се Этҡол урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас