Фәниә Күзембаева (Булатова)
Йәшәү көсө
Баймаҡ яғы, бай яҡ, тиҙәр,
Таланттарға, моңдарға.
Яҙмыштары һалған эҙҙәр,
Азаматтай улдарҙа,
Тыуған ере Байымда.
Йәмле, матур ауылында,
Тыуып үҫкән Азамат.
Бала саҡтан тырышлығын,
Халыҡ күргән аңында.
Ялан аяҡ бала сағы,
Ауырлыҡтарҙы кискән.
Илде һаҡлап, балаларын,
Атай һуғышҡа киткән.
Әсә ҡулында, ғаиләлә,
Атайһыҙ алты бала.
Күңелендә бер баланың,
Белемгә һөйөү тыуа.
Әсәй дәрте, көсө менән
Үрләне ул үрҙәрҙе.
Тырышлығы арта барҙы,
Барған тормош үҙгәрҙе.
Үҙе тапты хеҙмәт юлын,
Замана талаптарын.
Ижад итте китабын,
Тыуған ер тарихтарын.
Яҙыусы ла, тарихсы ла,
Мәктәпкә нигеҙ һалыусы.
Мәғрифәтсе Байымдай,
Быуынға юлдар асты.
Тажетдинов исеменә
Мәктәп лайыҡлы булды.
Мемориаль таҡтаһында
Исеме мәңге ҡалды.
Баймаҡ яғы, бай яҡ, тейҙәр,
Азаматтай улдарҙа.
Уларҙан ҡалған эҙҙәр,
Йәш быуында, юлдарҙа!