Бөтә яңылыҡтар
10
Конкурстар
9 Декабрь 2024, 10:15

Һаҡмар конкурс иғлан итә

Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ шиғыр яҙырға яратаһығыҙмы? Әгәр ҙә «эйе» икән, был конкурс тап һеҙҙең өсөн!  Барыбыҙҙың да яратҡан, ниндәйҙер мөғжизә көткән байрамы - Яңы йыл яҡынлаша. Ошо уңайҙан һеҙҙән үҙегеҙ ижад иткән шиғри юлдарҙы көтөп ҡалабыҙ. Конкурстың шарттары былай: шиғри юлдарҙа ҠЫШ БАБАЙ, ТЕЛӘК, ЙЫЛАН, РӘХМӘТ  һүҙҙәре ҡулланылырға тейеш.   Ижади эшегеҙҙе “Һаҡмар” гәзитенең «Бәйләнештә»ге төркөмөнә шәхсән хәбәр итеп ебәреүегеҙҙе йәки редакцияға алып килеүегеҙҙе һорайбыҙ. Иң яҡшы тип табылған эштәр гәзит битендә донъя күрәсәк. Шулай уҡ тәүге өс  урын билдәләнеп, авторҙарҙарына бүләк тапшырыласаҡ. Дуҫтар, ижади һәләтте эшкә егәбеҙ һәм алға!

             Һаҡмар конкурс иғлан итә

Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ шиғыр яҙырға яратаһығыҙмы? Әгәр ҙә «эйе» икән, был конкурс тап һеҙҙең өсөн!

 Барыбыҙҙың да яратҡан, ниндәйҙер мөғжизә көткән байрамы - Яңы йыл яҡынлаша. Ошо уңайҙан һеҙҙән үҙегеҙ ижад иткән шиғри юлдарҙы көтөп ҡалабыҙ. Конкурстың шарттары былай: шиғри юлдарҙа ҠЫШ БАБАЙ, ТЕЛӘК, ЙЫЛАН, РӘХМӘТ  һүҙҙәре ҡулланылырға тейеш.  

Ижади эшегеҙҙе “Һаҡмар” гәзитенең «Бәйләнештә»ге төркөмөнә шәхсән хәбәр итеп ебәреүегеҙҙе йәки редакцияға алып килеүегеҙҙе һорайбыҙ. Иң яҡшы тип табылған эштәр гәзит битендә донъя күрәсәк. Шулай уҡ тәүге өс  урын билдәләнеп, авторҙарҙарына бүләк тапшырыласаҡ.

Дуҫтар, ижади һәләтте эшкә егәбеҙ һәм алға! Уңыштар!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: