Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Декабрь 2023, 14:51

Сая ла, уңған да, ҡыйыу ҙа һуң башҡорт ҡыҙҙары!

Үрге Яйыҡбай ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә "Ете ҡыҙ" бәйгеһе үтте

Сая ла, уңған да, ҡыйыу ҙа һуң башҡорт ҡыҙҙары!
Сая ла, уңған да, ҡыйыу ҙа һуң башҡорт ҡыҙҙары!

Үрге Яйыҡбай ауылы, "Айыҡ ауыл" конкурсының район этабы еңеүсеһе булараҡ, әле республика бәйгеһендә ҡатнаша, маҡсатлы эш алып бара. Кисә улар "Ете ҡыҙ" бәйгеһе ойошторҙо. Биш этаптан торған конкурс бик тә ойошҡанлы үтте, ысын мәғәнәһендә үҙ маҡсатына иреште. 

Тәүге һынау - үҙең менән таныштырыу һәм милли кейемең тураһында һөйләй.Һәр конкурсант үҙе һәм кейеме тураһында үҙенсәлекле сығыш яһаны.

Бәйгенең икенсе этабында ете ҡыҙ милли йәйәнән уҡ атып ярышты. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа был милли спорт төрө киң популярлыҡ яулай, баймаҡтар, төбәк, республика, Рәсәй ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй.Яйыҡбайҙар ҙа бындай бәйгеләрҙә даими ҡатнаша, еңеүҙәр яулай.Был ярыш та шуны асыҡ иҫбатланы.

Көйәнтәләп һыу ташыу ярышы мауыҡтырғыс булыуы менән айырылып торҙо.Һыуҙы түкмәй-сәсмәй билдәләнгән урынға кем иң беренсе алып килеп еткерә? 

Сираттағы ярыш - атты егеү-туғарыу. Хәҙерге заманда был эште хатта ир-егеттәрҙең дә белмәүен иҫәпкә алғанда, конкурста ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ысын мәғәнәһендә һоҡланырлыҡ ине!Улар атты ваҡытҡа егеп һәм туғарып, көслө заттың танауына сиртте. 

Артабан конкурсанттарҙы тағы ла ҡатмарлыраҡ һынау көтә ине - атта һыбай сабыу. Һәм был ярышта ла һынатманы ете ҡыҙ - улар дистанцияны лайыҡлы үтте.Ай-һай, сая ла, ҡыйыу ҙа, уңған да шул беҙҙең төбәктең гүзәл заттары, Баймаҡ ҡыҙҙары, Үрге Яйыҡбай гүзәлдәре!

"Ете ҡыҙ" бәйгеһенең иң юғары баһаһына - Гран-приға Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһынан Резеда Латыпова лайыҡ булды. Беренсе урынды Лилиә Сирбаева, икенсене - Сәғиҙә Рахманғолова, өсөнсө урынды Минзилә Латыпова яуланы. Анастасия Валявина, Самира Рәхмәтуллина, Фәнүзә Мырҙағәлина, Сәлимә Рахманғолова төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев "Ете ҡыҙ" сараһында ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләне, еңеүселәргә Почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Үрге Яйыҡбай ауылында бындай кимәлдәге ярыштар, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалаған саралар артабан да билдәләнгән план буйынса дауам итәсәк. Һәм улар үҙ маҡсатына мотлаҡ ирешер, тигән ныҡлы ышаныс бар.

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: