Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Декабрь 2023, 23:13

"Иман нуры" конкурсында кем еңеүсе булды?

Баймаҡта балалар араһында ойошторолған бәйгелә Гран-при яулаусы ҡолон менән бүләкләнде

"Иман нуры" конкурсында кем еңеүсе булды?
"Иман нуры" конкурсында кем еңеүсе булды?

Ҡаланың мәсетендә һигеҙенсе тапҡыр "Иман нуры" конкурсы ойошторолдо. Зоналарҙа еңеүсе балалар район бәйгеһендә көс һынашты.Балалар ислам, иман, әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү, сүрә һәм доғаларҙы ятлау буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте.

Конкурста 40-ҡа яҡын малай һәм ҡыҙ бала ҡатнашты.Әйтергә кәрәк, бәйге ойошҡанлы үтте, еңеүселәр ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.Беренсе урынды алыусылар велосипедҡа эйә булды.Гран-при яулаусы ҡолонға лайыҡ булды.

Был хаҡтағы мәҡәләне гәзитебеҙҙең сираттағы һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: