Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Май 2022, 10:46

Һалдатҡа хат

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Икенсе Этҡол урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Әминева Яҙгөл (етәксеһе - Арыҫланова Әлфирә Фәсхитдин ҡыҙы).  Яҙгөлгә уңыштар теләйек. 

Һалдатҡа хат
Һалдатҡа хат

Һалдатҡа хат

Һаумы, Совет һалдаты! Һиңә күп итеп һағынышлы, һағышлы сәләмдәр ебәреп хат яҙам мин – Яҙгөл.

Ниндәй Һин Совет һалдаты? Мин бит Һине белмәйем?! Юҡ! Белмәйем түгел, беләм! Китаптарҙан, һүрәттәрҙән, фильмдарҙан беләм! Ҡартатайымдың һөйләгәндәренән беләм!Һин бит шундай батыр, ҡыйыу йөрәкле булғанһың! Шулай булмаһаң, һуғышҡа үҙ теләгең менән китер инеңме?

Бына мин уйлайым: Һин нисә йәштә булғанһың икән? Бәлки, Һин өлкән йәштә булғанһыңдыр? Ҡатының, балаларың булғандыр?Ҡарт ата-әсәйең?

Ата-әсәйем, ҡатыным, балаларым тыныс тормошта йәшәһен тип үҙ теләгең менән һуғышҡа киткәнһеңдер.Бәлки, Һин улдарың менән бергә һуғыш яланына ингәнһеңдер. Әле балалыҡтан да сыҡмаған улдарыңдың үлемен дә күргәнһеңдер?! Шул мәлдә улдарыңдың ғына түгел, Һинең дә хыялдарың селпәрәмә килгәндер...

Ә бәлки, Һин кисә генә мәктәп тупһаһын атлап сығып, киләсәккә ҙур хыялдар, маҡсаттар ҡуйған уҡыусыһыңдыр? Киләсәктә һөнәр алып, халҡыңа, Тыуған илеңә тоғро хеҙмәт итеү теләге менән янғанһыңдыр. Был хыялдар, маҡсаттар тормошҡа ашһын өсөн,  тыныс тормош яулар өсөн дошманға ҡаршы яуға сыҡҡанһыңдыр...

Һуғыш башланыу менән күпме хыялдар, маҡсаттар юҡҡа сыҡҡан. Күпме сабый яҡты донъяны күрмәгән. Күпме бала етем ҡалған. Күпме әсә балаһын һуғыштан көтөп ала алмаған...

Ә бәлки Һин, Һалдат, бөгөн дә беҙҙең арала йәшәйһеңдер? Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын ҡаршылап, күҙеңдән шатлыҡ йәштәре менән бергә һағыш йәштәре лә ағалыр... Беҙ, хәҙерге быуын балалары, аңлап та бөтмәйбеҙҙер ниндәй ҡаршылыҡтар, кисерештәр аша үткәнегеҙҙе. Бәлки, Һеҙ күп кенә ваҡиғаларҙы күңелегеҙ төбөндә һаҡлайһығыҙҙыр. Һәм ул беҙгә мәңгелек сер булып ҡалыр.

Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы бөтөүгә 77 йыл. Еңеү яулар өсөн миллионлаған һалдат ғүмерен йәлләмәгән. Һеҙҙең ҡаһарманлығығыҙҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ!

Рәхмәт Һиңә, яугир, бөгөнгө көндә тыныс тормошта йәшәгәнебеҙ өсөн! Һин мәңге беҙҙең хәтерҙә ҡалырһың! Баш эйәбеҙ Һинең алда Совет һалдаты!

Яҙгөл Әминева, 

Икенсе Этҡол мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы. 

 

 

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: